ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2025, 07:56

Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана

-

Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразланаБашҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана
Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана

Алдағы көндәрҙә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана, тип хәбәр итә синоптиктар.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +5,+10 градус.

Шәмбе, 5 апрелдә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр, төндә айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4, көндөҙ +10, +15 градус.

Йәкшәмбе, 6 апрелдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Шулай уҡ төндә урыны менән, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр, төндә айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -1, +4, көндөҙ +13, +18 градус, төньяҡта +8 градусҡа тиклем.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-04/v-bashkirii-prognoziruyutsya-dozhdi-so-snegom-4183612

Автор:Галина Бахшиева
Автор:
Читайте нас