64 йәшлек уҙаман МХО-ға алыуҙарын һорап ғариза яҙа
Беҙ бәләкәй саҡта ололарҙың: "Илебеҙ тыныс булһын, беҙҙең балалар һуғыш күрмәһен инде..." – тигән һүҙҙәренә артыҡ иғтибар бирмәй торғайныҡ. "Нисек инде тағы һуғыш булырға тейеш? Бар кешелек һуғыштың ниндәй аяуһыҙ икәнен белә лә инде... Күрәләтә кемдең һуғышҡыһы килеп торһон..." – тип уйлай инем.
Нисек кенә ауыр булмаһын, бөгөнгө көндә илебеҙ көсөргәнешле мәл кисерә. Ҡайҙалыр туптар шартлағанда, пулялар яуғанда, ил өсөн ғүмерҙәр ҡыйылғанда тыныс күңел менән йәшәү мөмкин түгел. Ир-егеттәребеҙҙән кемдәрҙер – йөрәк, кемдәрҙер ил саҡырыуы буйынса бөгөнгө көндә Украинала барған махсус хәрби операцияға юлланды. Ватанды һаҡлау элек-электән ир-егеттең изге бурысы һаналған, юҡҡа ғына ла, ил яҙмышы – ирҙәр ҡулында, тимәй халҡым...
Әсхәт Әхмәтғәле улы Ҡунаҡасов – шундай уҙамандарҙың береһе. Тыумышы менән ул Аҡъяр ауылынан. 1978–1988 йылдарҙа хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан. Ҡатыны Рәзимә апай менән ул һәм ҡыҙ үҫтереп, хәҙер инде ике ейәнгә ҡартатай һәм ҡартәсәй улар.
Махсус хәрби операцияға алынғанға тиклем Әсхәт Әхмәтғәле улы Өфө ҡалаһының "Башкиравтодор" юл ремонтлау идаралығында эшләй. Намыҫ менән хеҙмәт иткән кеше, шулай уҡ Өфө ҡалаһының почетлы доноры. Ейәндәренең яратҡан ҡартатаһы.
Махсус хәрби операция башланыу менән уның күңелендә тынғылыҡ юғала. Инде пенсия йәшенә еткән ир-уҙамандың йәш егеттәрҙең мәрхүм булып ҡайтыуын ишеткән һайын йөрәге һыҙлай, ил киләсәге өсөн борсола. Аңҡы-тиңке килеп йөрөгән мәлдә һуғышҡа алыу йәшен оҙайтҡандарын белеп ҡала. Ә уға әле 64 йәш. Һәм бер көн дә барып, махсус хәрби операцияға алыуҙарын һорап ғариза яҙа. Әлбиттә, балалары, ҡатыны көтөлмәгән яңылыҡтан шаңҡып ҡалалар. Ләкин ҡайғырып ултырырға ваҡыт юҡ, уларға Әсхәт ағайҙың был етди аҙымын аңлап ҡабул итеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Әлбиттә, ҡартатай кешегә хаҡлы ялда рәхәтләнеп ейәндәрен ҡарашып, балыҡҡа йөрөп, баҡса үҫтереп кенә ятырға ла булыр ине... Ләкин ҡанда ҡайнаған яугир рухы, ватансылыҡ тойғоһо уға тыныс ятырға бирмәй шул.
"Әҙ генә булһа ла файҙам, ярҙамым тейер... Ҡайҙалыр йәш егеттәрҙең йәне ҡыйылғанда, нисек йәнем түҙһен, нисек өйҙә тыныс ултырмаҡ кәрәк?!" – тип аңлата ул был аҙымын яҡындарына. Киткәненә ярты йыл ваҡыт үтеп китте. Көн аша, ике көнгә бер шылтыратып хәлдәрен белдереп тора, тип һөйөнә ҡатыны Рәзимә апай. Ул, хәҙер күндек инде, «Имен-һау ғына йөрөп ҡайтһын, тиҙерәк һуғыш бөтһөн!» – тип теләйбеҙ һәр ваҡыт, ти. Данил ейәне лә «Ҙу-ур үҫкәс, мин дә ҡартатайым кеүек батыр булам. Дошмандарҙы еңеп ҡартатайымды алып ҡайтам» тип хыяллана. Булыр, булыр... Исемен дә илен данлаусы, илһөйәр булһын тип юҡҡа ҡушмағандар бит ул!
Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен! Балаларыбыҙ һуғыштың ни икәнен дә белмәй үҫһен ине. Әсхәт Ҡунаҡасов кеүек ҡартатайҙар ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешһен! Ошондай батыр йөрәкле ҡартатайҙар барҙа илебеҙ бирешмәҫ, мотлаҡ Еңеү килер!
Шәүрә Ярмуллина.
Өфө ҡалаһы.