Шәп яңылыҡ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ, дуҫтар! Зона этабында беренсе урын яулап, республика кимәлендә Хәйбулланың данын яҡлаған күп балалы Ҡоҙашевтар ғаиләһе "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2025" конкурсы еңеүселәре! Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған тантаналы бүләкләү сараһында Гран-при алып ҡыуанды улар! Ете бала үҫтергән күркәм ғаиләне лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Киләсәктә лә татыу ғаиләгеҙҙең ҡыуаныслы мәлдәре, ҡаҙаныштары мөмкин тиклем күп булһын, нурлы йортоғоҙҙан бер ваҡытта ла балалар тауышы өҙөлмәһен!