Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2025, 12:20

Һыу буйында балыҡсы...

Урыҫбай ауылында ҡышҡы балыҡ тотоу ярышы үткән

Һыу буйында балыҡсы...
Һыу буйында балыҡсы...

Урыҫбай ауылында балыҡсылар йыйылған. Ҡышҡы балыҡ тотоу ярышын Ватанды һаҡлаусылар йылына, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80-йыллығына арнаған ойоштороусылар.
Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Аҡъяр, Ғәлиәхмәт, Антингән, Урыҫбай, Аҡъюл ауылдарынан утыҙҙан ашыу балыҡсы йыйылған.
Балыҡсылар дәррәү генә балыҡ тоторға кҽрҽшһә, икҽнсҽләр усаҡ яғып, балыҡ һурпаһы бҽшҽрергә, сәй ҡайнатырға тотонған.
Ярышта оҫта балыҡсылар йыйылып, төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнгән.Тиҙлеккә боҙ уйыу буйынса 1-се урынды Буранбаев Мораҙым, 2- се урынды Карсанов Динислам, 3-сө урынды Байғужин Айҙар яулаған.
Иң өлкән балыҡсы тип һикһән йәшлек Ҡужин Рамаҙан олатай билдәләнһә, иң йәш балыҡсы исемен Акилова Фәнилә яулаған.
1-сҽ урынды 27 балыҡ тотоп Игебаев Айҙар алһа, 2-сҽ урында Ирғәлин Айҙар (20 балыҡ), 3-сө урында Ғөбәйҙуллин Мәүлитдин (13 балыҡ).
- Күңҽллҽ һәм файҙалы үткәрҽлгән байрам сараһынан балыҡсылар дәрт, яҡшы кәйҽф алып, балыҡ һурпаһы ашап, йылы сәй эсҽп, тағы ла осрашырға һүҙ биреп таралыштылар,- ти ойоштороусылар.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас