"Аҡьяр ауылының Балалар ижады йортонда ҡышты оҙатып, Масленица байрамын үткәрҙек. Балалар скоморох менән бергәләп флешмоб бейенеләр, төрлө ҡышҡы уйындар уйнанылар. Арҡан тартышып, быйма ташлап, яулыктар менән эстафета уйнаныҡ, "ҡоймаҡ ҡойоп" та алдыҡ. Байрам йөҙө булған ҡоймаҡ тураһында йыр- бейеүҙәр ҙә башҡарҙыҡ. Саф һауалағы уйындарҙан һуң тәмле итеп ҡоймаҡ менән сәй эстек. Байрамда ҡатнашыусы балалар көр күнел менән таралыштылар", - ти педагог-ойоштороусы Әлиә Сәлимова.