Ауыл ҡатын- ҡыҙҙары төрлө ҡоймаҡ төрҙәре әҙерләп алып килде - әсе, сөсө, йоҡа, ҡалын, тары ҡоймағы, эремсек, ит, картуф уралған ҡоймаҡ һәм башҡа күп төрлө ризыҡтар. Һәр кемд үҙ рецебы, үҙ сере менән ихлас уртаҡлашты. Ҡоймаҡ менән табын йыйыу — элек-электән килгән йола, һәм бергәләп ашағанда ул бигерәк тә тәмле була.
Ҡоймаҡтан тыш байрам табынынан шулай уҡ милли ризыҡ - бишбармаҡ, сәк - сәк тә урын алды. Хуш еҫле үлән сәйҙәре менән бергәләп сәй эсеү бик күңелле булды. Ә ҡоймаҡтарҙың тәме телде йоторлоҡ ине.
. Табын артында ҡатын-ҡыҙҙар ҡыш айҙарына һығымта яһап, алдағы көндәргә ҡарата уй - фекерҙәре менән бүлештеләр. Йылы аралашыу һәр кемдең күңеленә хуш килде.
- Изге Рамаҙан айы менән бергә яңы өмөттәр менән яҙҙы ҡаршы алабыҙ, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, - ти аҡъюлдар.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы