ЙӘМҒИӘТ
27 Февраль 2025, 14:21

Хәйбуллалар “Ҡоролтай 3.0” төбәк стратегик сессияһында ҡатнашты

    

Хәйбуллалар “Ҡоролтай 3.0” төбәк стратегик сессияһында ҡатнаштыХәйбуллалар “Ҡоролтай 3.0” төбәк стратегик сессияһында ҡатнашты
Хәйбуллалар “Ҡоролтай 3.0” төбәк стратегик сессияһында ҡатнашты

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында “Ҡоролтай 3.0” стратегик сессияһы ла уҙғайны. Уның ҡарарына ярашлы, ҡала һәм райондарҙа төбәк стратегик сессиялары үткәреү бурысы ҡуйылды.

Һөҙөмтәлә, республикала беренселәрҙән булып, бөгөн Сибай ҡалаһында “Ҡоролтай 3.0” төбәк стратегик сессияһы үтте. Төп маҡсат: милли ойошманың яңы үҫеш йүнәлешен һайлау, стратегик проекттар йыйылмаһын билдәләү.

Сарала Урал аръяғы райондары, ҡалалары ҡоролтайҙары рәйестәре, ағзалары, шул иҫәптән хәйбуллалар ҙа ҡатнашты.
Сарала ирекмәндәрҙең, урындағы ҡул оҫталарының Ватанды һаҡлаусылар йылына бағышланған күргәҙмәһе ойошторолдо. Ошо уҡ темаға арнап, квиз уйыны уҙғарылды. Эксперттар алдында исемле йылға бәйле проект презентациялары яҡланды.

Хәйбуллалар “Ҡоролтай 3.0” төбәк стратегик сессияһында ҡатнашты
Хәйбуллалар “Ҡоролтай 3.0” төбәк стратегик сессияһында ҡатнашты
Хәйбуллалар “Ҡоролтай 3.0” төбәк стратегик сессияһында ҡатнашты
Автор:Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте
Читайте нас