ЙӘМҒИӘТ
26 Февраль 2025, 09:17

Яңылбикә Фәтхуллина Иләс ауылында иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә  маскировкалау селтәрҙәре үреүме,  окоп шәмдәре эшләүме, бетеүҙәр әҙерләүме, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләүме йәиһә башҡа эштәрме--береһенән дә ситтә ҡалмай

Яңылбикә Фәтхуллина  Иләс ауылында иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе.Яңылбикә Фәтхуллина  Иләс ауылында иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе.
Яңылбикә Фәтхуллина Иләс ауылында иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе.

Тормош матурлығына һөйөнөп йәшәй

Яңылбикә Фәтхуллина  Иләс ауылында иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә  маскировкалау селтәрҙәре үреүме,  окоп шәмдәре эшләүме, бетеүҙәр әҙерләүме, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләүме йәиһә башҡа эштәрме--береһенән дә ситтә ҡалмай. Туратта йәшәгәндәрҙең оло-кесеһе “апай”, “енгәй”, “инәй” тип уға ихтирамлап өндәшеүҙәренән дә,  уның ауылда  оло абруйға лайыҡ икәнлеге асыҡ сағыла. Ысынында был мөләйем йөҙлө апайҙан ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлөп торғандай ине.   

Яңылбикә Фәтхуллина Ырымбур өлкәһендә донъяға килһә лә, үҙен Таштуғай ауылыныҡы тип иҫәпләй. Сөнки  ул тыуған йылды ғаиләһе  Гай районынан  Хәйбулла районына күсеп килә. Мәктәпте тамамлағас, яҙмыш елдәре  Горький ҡалаһына килтерә, унда  трамвай водителе булып эшләй. Һылыу ҡыҙ ғаилә ҡора, әммә төрлө сәбәптәр менән ҡыҙын алып, тыуған яҡтарына ҡайтырға мәжбүр була. Ысын һөйөүе уны тыуған яҡтарында көткән булып сыға. “Буласаҡ тормош иптәшем, Иләс ауылы егете Һиҙиәт менән димләп таныштырҙылар. Шулай ҙа бер-беребеҙҙе тәүге күреүҙән оҡшатып,  бер аҙҙан яҙмыштарыбыҙҙы бергә бәйләнек. 30 йылға яҡын тормош юлын бергә атлап, бер-беребеҙгә терәк булып, биш бала тәрбиәләп-үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙыҡ”,--тип һөйләне Яңылбикә Әхәт ҡыҙы.

Фәтхуллиндар ең һыҙғанып, ауылда эшкә тотона. Һиҙиәт Әбделхаҡ улы  абруйлы ветеринар табип була. Аҡъярҙа ветстанцияла ла эшләй. Оҙон көйҙәрҙе матур  башҡарыуы, оҫта бейеүе менән ауылдаштарының ихтирамын яулай. Ә Яңылбикә Әхәт ҡыҙы  ауыл балалар баҡсаһында, магазинда, район үҙәгендә көнкүреш йортонда ла эшләй. Аҙаҡ почтальон булып, хаҡлы ялға сыға.

Үкенескә күрә, 21 йыл элек тормош иптәше Һиҙиәт Әбделхаҡ улы вафат була. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҙур таянысы  Яңылбикә апайҙың. Өлкән ҡыҙҙары Лена ғаиләһе менән Баймаҡ районының Байыш ауылында йәшәй. Бик  татыу һәм ижади ғаилә. Тормош иптәше менән икеһе лә мәктәптә  белем бирә. Биш бала тәрбиәләйҙәр. Икенсе ҡыҙҙары Динә һәм кейәүе Илшат Өфөлә йәшәй. Уларҙың  күркәм ғаиләһендә өс бала ҡанат нығыта. Өсөнсө ҡыҙы Милә һәм кейәүе Илфат Баҡтыбаевтар өс бала үҫтерә. Улдары Артур һәм килендәре Гүзәл, яҙмыш елдәренә, тормош ауырлығына бирешмәй,  өс бала үҫтергән. Артур Һиҙиәт улы Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, имен-һау ҡайта, тик бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында тормошо бөтөнләй кире боролош ала. Әммә кәләшенең һөйөүе, үҙенең ихтияр көсө менән юғалып ҡалмай. Әлеге ваҡытта уларҙың ике балаһы Аҡъяр тау колледжында белем ала. Бер улдары диңгеҙ пехотаһында хәрби хеҙмәтен үтәй. Яңылбикә апайҙың кинйә улы  Айнур кәләше  Зөлфирә менән Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ә мәҡәләм геройы балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй.  “Бәхетлемен,  тормошомдан ҡәнәғәтмен, һәр атҡан таңдан йәм табып йәшәйем. Балаларым яңғыҙлатмай,  атай йортона йыш ҡайталар. Ейән-ейәнсәрҙәрем шылтыратып хәл белешә. Бергәләп самауыр сәйҙәре эсеп, һөйләшеп ултырыу үҙе бер ғүмер”,--ти Яңылбикә Фәтхуллина. Әйткәндәй, ул һуңғы көндәренә тиклем, әсәһе Сәмсикамал Сабит ҡыҙын матурлап тәрбиә итә.  Ағинәй 99 йәшендә вафат булған.

Ҡулдары алтын Яңылбикә Әхәт ҡыҙының. Буш ваҡытында  бәйләй, сигә, ҡорамыштан балаҫтар эшләй.  Түшелдерек,  бисерҙан  муйынсаҡтары бик матур. Бынан тыш, ул Иләс ауылы клубы янындағы “Етегән” халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы. “Беҙҙең ансамбль халыҡ йолаларын тергеҙеүгә күп көс һала. Ауылға төшкән йәш килендәрҙе һөйөү, һыуға башлау, йәш егеттәрҙе әрмегә оҙатыу кеүек йолаларҙы сәхнәлә генә түгел, ысынбарлыҡта башҡарабыҙ”,--ти ул.

Бына шулай, ауыл тормошонда, ирекмәнлек хәрәкәтендә, ағинәйҙәр  клубында ҡайнап йәшәй мәҡәләм геройы.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас