“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Федоровка ауылында “Яуаплы атайлыҡ” стратегик сессия уҙғарылды. Унда Урал аръяғы райондары һәм Ырымбур өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Һуңғы тиҫтә йылдарҙа йәмғиәттә атай роленең бәҫе төшә барыуы, ир-егеттәр абруйының ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә. Тәбиғи, тормош дилбегәһе ҡатын-ҡыҙ ҡулына күсә бара. Балалар тәрбиәләү, уларҙың киләсәген хәстәрләү, ғаиләлә хәл иткес ҡарарҙар ҡабул итеү әсә һәм ҡатын ҡулына тапшырыла. Мәктәптәрҙә, ир-ат уҡытыусыларҙың бөтөнләй тиерлек ҡалмауы арҡаһында, балаларҙы ҡатын-ҡыҙ педагогтар уҡыта, тәрбиә бирә. Шулай итеп, атай ролен, ир-егет ролен, уларҙың йәмғиәттәге бурысын бөгөн ҡатын-ҡыҙ үҙ иңенә йөкмәргә мәжбүр. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш түгел, ул көслө заттарҙың абруйын бермә-бер төшөрә, балалар тәрбиәләүгә кире тәьҫир итә. Бөгөнгө сарала ошо көнүҙәк мәсьәлә күтәрелеп, атайҙарҙың ғаиләлә һәм йәмғиәттә тотҡан роле, атай абруйын күтәреү тураһында фекер алышынды. Стратегик сессияла ҡатнашыусылар дүрт командаға бүленеп, ни өсөн атай роленең баһаһы төшә, ғаиләлә атай ролен күтәреүгә нимә булышлыҡ итә аласаҡ, атайҙар клубтары эшен нисекә әүҙемләштерергә тигән һорауҙарға яуап эҙләне һәм үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты, тәҡдимдәр индерҙе. Сарала ҡатнашыусылар ғаиләлә атай тәрбиәһе, атай абруйы мөһим булыуын билдәләне һәм был йүнәлештә эш алып барыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.