Бөрйән районының Мәндәғол ауылы мәҙәниәт йорто төркөмө хәбәр итеүенсә, уларҙың ауылында ҡыуаныслы ваҡиға булған. Махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан ауылдаш яугирҙең ҡыҙы тыуған. Һәм ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугир бала тыуыу йортонан сабыйын үҙе барып алған. Бәхетле ғаиләнең был тәүге балалары түгел, шулай уҡ ҡыҙҙарына иш булып улдары үҫә.
"Беҙ бәпесте матур йола буйынса ҡаршылыныҡ. Бәләкәскә ата-әсәһенең бәхетле ҡосағында ҙурайыуын теләп ҡалабыҙ, - тип хәбәр итәләр Мәндәғол ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөндә.
Беҙ ҙә йәш ғаиләне ҡыҙҙары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ һәм бәләкәстең һау-сәләмәт үҫеүен теләйбеҙ! Бар атайҙарға ла тиҙерәк балалары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!
Фото: Мәндәғол ауылы мәҙәниәт йорто