Аҡъяр ауылынан Рөстәм Ҡотлогилдин 1998-2000 йылдарҙа Карелияла сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Әлеге мәлдә Гай ҡалаһында шәхси һаҡ предприятиеһында эшләй.
-Воздвиженка мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Аҡъярҙағы һөнәрселек училищеһында водитель иретеп-йәбештереүсегә уҡыным. Артабан ике йыл армияла хеҙмәт иттем. Сик буйы ғәскәренә эләгергә хыялланғайным. Теләгем тормошҡа ашты. Әле лә әрме йылдарын һағынып иҫкә алам. Армияға барыу кәрәк тип уйлайым. Унда берҙәмлеккә, командала эшләргә өйрәнәһең, ер-һыу күреп, сынығып ҡайтаһың. Улымдың да ваҡыты еткәс, Ватаныбыҙ алдында изге бурысын үтәүен теләйем. Әрме хеҙмәте донъяға ҡарашты үҙгәртә, сыныҡтыра. Армияла булыу миңә тормошта рухи яҡтан көслө булырға ныҡ ярҙам итте. Шуға күрә йәш егеттәр армиянан ҡасмаһындар - был бит тормош мәктәбе. Ғөмүмән йәш быуында илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү мөһим. Сөнки ул беҙҙең атай-олатайҙарҙан ҡалған мираҫ. Беҙ уны һаҡларға һәм дауам итергә тейеш, - тине Рөстәм Марат улы.