Әҙел ауылынан Миңләхмәт Рәсембәтов 1975 -1978 йылдарҙа Мурманск өлкәһендә хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас 10 йыл быраулаусы була, совхозда эшләй. Һуңғы йылдарҙа себерҙә тимер юлында эшләп хаҡлы ялға сыға. Әле урындағы ветерандар советы рәйесе. “Миңләхмәт Адрахман улы өлкән булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмай. Ауылда ҡатыны менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә. Бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша”, - ти хәрби-диңгеҙ флоты ветерандарының район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фаил Бикбов.
-Моряк булырға теләгем көслө ине. Төньяҡ флотта өс йыл хеҙмәт иттем. Ярты йыл Североморск ҡалаһында учебкала булдым. Өсәр ай диңгеҙҙә корабелдә йөрөй инек. Диңгеҙҙә дауыл мәлендә өс көн тирәһе ҡыйын була торғайны. Бик күп ерҙәр, океан, диңгеҙҙәр күрҙем. Ике тапҡыр отпускаға ҡайттым. Элек Аҡъярға самолет осҡас, бер тәүлектә ҡайтып етә инем. Юлға иһә бер аҙна бирелә торғайны. Әле лә өйҙә билеттар ята. Башҡорттарҙан бер үҙем булһам да бирешмәнем. Хеҙмәт итеүе ҡыйын булманы. Әле йыл һайын хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә Фаил Әхтәм улы етәкселегендә районда йәшәүсе моряктар менән осрашабыҙ, Ырымбурҙа йәшәүсе хеҙмәттәшем ғаиләһе менән килә. Бындай осрашыуҙар традицияға әйләнгән. Йәштәр хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмаһын. Һәр ир-егеттең бурысы ул тыуған илебеҙ сиктәрен һәм именлеген һаҡлау. Элек мәктәптә башланғыс хәрби әҙерлек дәресе була торғайны, уны тергеҙергә кәрәк тип уйлайым. Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү һәр заманда ла мөһим, - ти Миңләхмәт Абдрахман улы.