ЙӘМҒИӘТ
20 Февраль 2025, 05:28

Һауа иңләй десантсы

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Таһир Ишемғолов 1987-1989 йылдарҙа һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Һауа иңләй десантсыҺауа иңләй десантсы
Һауа иңләй десантсы

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Таһир Ишемғолов 1987-1989 йылдарҙа һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Отставкалағы полиция майоры 30 йылға яҡын БР эске эштәр органында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн төрлө миҙалдар, “Бурысына тоғролоҡ өсөн”,”Енәйәтселек менән көрәштә күрһәткән батырлығы өсөн”,"Рәсәй Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре" билдәләре менән наградланған. Әлеге мәлдә “Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриот хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе штаб начальнигы.

-Ғәлиәхмәт мәктәбен тамамлағас, 4 ай Сибайҙа ДОСААФ-та хәрби водителгә уҡыным. 1987 йылдың 16 майында Совет армияһына саҡырҙылар. Псков ҡалаһы эргәһендә һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. 12 тапҡыр самолеттан парашют менән һикерҙем. 1988 йылда өс ай әзербайджан менән әрмәнстан араһындағы милләт-ара конфликтты көйләүҙә ҡатнаштыҡ. 1989 йылда әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, тормошомдо йәмғиәтебеҙҙә хоҡуҡ тәртибен һаҡлауға арнаным. 2022 йылдан урындағы “Юнармия” хәрәкәтенең урындағы бүлексәһен етәкләйем. Тыуған илгә һөйөү һәр кемдең күңелендә булырға тейеш. Көсләп берәүҙе лә патриот итеп булмай.   Шуға күрә илһөйәрлек ғаиләлә башланырға тейеш. Беҙгә атай-әсәйебеҙ, олатай-өләсәйебеҙ, күренекле шәхестәребеҙ өлгө булып тора. Уларҙың тормошо, яу һәм хеҙмәт юлы менән ғорурланабыҙ. Һуңғы ваҡытта йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә иғтибар артты. “Зарница” профилле лагерҙар, патриотизм темаһына арналған саралар ойошторола. Үҫмерҙәр өсөн “Юнармия” хәрәкәте булдырылды.  Уларға әүҙем йөрөгән егеттәр-ҡыҙҙар бар. Армияға ла физик яҡтан әҙерлекле барған егеттәргә күпкә еңел була. Шуға күрә спорт менән шөғөлләнһендәр. Әрме мәктәбен һәр ир-егет үтергә тейеш. Армия күп нәмәгә өйрәтә, көслө характер тәрбиәләй, тип уйлайым. Үҙем армиянан ҡайтҡанға 40 йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, һаман да Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе хеҙмәттәштәрем, командирҙар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Хәҙер бер йыл ғына хеҙмәт итергә, шуға күрә егеттәр армиянан ҡурҡмаһындар. Тәү сиратта егеттәрҙең тормошҡа, йәшәйешкә ҡарашы үҙгәрә, һуңынан да тормош ауырлыҡтарында юғалып ҡалмай,  - ти Таһир Фәтих улы.  

Һауа иңләй десантсы
Һауа иңләй десантсы
Һауа иңләй десантсы
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас