Сибайҙа йәшәүсе Мәстүрә Мусина 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ҡала хакимиәтендә шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлаштылар.
«Был мөһим ваҡиға менән Мәстүрә Сөләймән ҡыҙын ҡаланың һуҡырҙар йәмғиәте ағзалары ҡотланы, ә хакимиәт вәкилдәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаларын, шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығынан бүләк тапшырҙы», — тип хәбәр иттеләр Сибай хакимиәтендә.
Мәстүрә Мусина 1925 йылдың 13 февралендә Хәйбулла районының Әбделнасир ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын "Йылайыр" совхозында башлай, мал көтә, иген һалынған тоҡтар ташый. Ире иртә вафат булғандан һуң 4 баланы яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн оҙон ғүмерле ағинәй Сибайҙа йәшәй, ул балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең хәстәрлеге һәм иғтибары менән уратып алынған.
Йөҙйәшәрҙе беҙ ҙә олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да һаулыҡ-сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Фото:газета «Сибайский рабочий»