Оборона һәм хәрби-илһөйәрлек эштәр айлығы сиктәрендә бөгөн "Йәш журналистар медиаүҙәге-студияһы" берекмәһенең йәш хәбәрселәре ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһенә барҙылар. Экскурсияны Афған һуғышы ветераны Салауат Юлдашбаев үткәрҙе. Мауыҡтырғыс әңгәмәлә балалар ДОСААФ-тың эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт ала, кабинеттар буйлап йөрөй, хеҙмәткәрҙәр менән таныша. 15 февралдә Рәсәйҙә иҫтәлекле дата - Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә. Салауат Кинйәғәле улы бөтә һорауҙарға ла ентекле яуап бирҙе Һәм Афған һуғышында ҡатнашыусыларҙың хәтерен һаҡлау буйынса ниндәй эш алып барылыуы хаҡында һөйләне.
Тиҙҙән балалар экскурсия тураһында тулы репортаж әҙерләйәсәк.