ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2025, 05:58

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ҙур ылау оҙатылды

   

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ҙур ылау оҙатылдыВатанды һаҡлаусылар көнө алдынан ҙур ылау оҙатылды
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ҙур ылау оҙатылды

Байрам алдынан Хәйбулла районы халҡы ҙур гуманитар ылау әҙерләп, алғы һыҙыҡта төрлө йүнәлештәрҙә илебеҙ һағында торған яугирҙарға оҙатты. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан  күстәнәстәрҙе әҙерләүгә райондың бөтә ауылдарынан вайымһыҙ булмаған граждандар – өлкәндәр ҙә, балалар ҙа, ойошмалар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар ҡушылды.

Хәйбуллалар йыйған гуманитар йөк Аҡъяр ауылының бер нисә нөктәһендә ҡумталарға һалынып, машиналарға тейәлде. Мәшәҡәтле әҙерлек эштәрендә ғәҙәттәгесә ирекмәндәр, район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре вәкилдәре  әүҙем ҡатнашты. Был юлы яугирҙарға быҡтырылған ит, ҡаҙы, сәк-сәк,  һалма, ҡорот, тоҙламалар һәм Хәйбулланың уңған хужабикәләре әҙерләгән башҡа ашамлыҡтар һалынған иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡумталар, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандары һәм яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, инструменттар йыйылмалары, төҙөлөш материалдары, яраланғандарҙы ташыу өсөн махсус ҡорамалдар, медикаменттар, тәгәрмәстәр, буржуйка мейестәре, газ баллондары, бензин бысҡылар, принтер, маскировка селтәрҙәре,  дронға ҡаршы ҡормалар һәм одеялдар, кейемдәр, окоп шәмдәре, көрәктәр һәм башҡа бихисап кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Ҡотлауҙар һәм изге теләктәр менән яҙылған райондаштарҙың, балаларҙың хаттары ла ебәрелде. Башҡа ауылдар халҡы менән бергә «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашҡан фёдоровкалар ҙа үҙ өлөшөн индереп, яугирҙарға башҡа кәрәк-яраҡтар менән бергә 170 дана дронға ҡаршы одеял тегеп оҙатҡандар һәм яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Никита Петровҡа шәхси посылка әҙерләгән.

Гуманитар ылауға яҡташ хәрбиҙәрҙең заявкалары буйынса хәйбуллалар йыйған аҡсаға «Тыуған тыл. Хәйбулла» төркөмө ирекмәндәре һатып алынған ҡиммәтле приборҙарҙан тыш, тағылмалы мунса һәм мотоцикл ҡушылды.

Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ.

Рөстәм Шәрипов, район хакимиәте башлығы:

–Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан төрлө йүнәлештәрҙә илебеҙ һағында торған яугирҙарға райондан ҙур ылау оҙатабыҙ. Ул еңеүҙе  яҡынайтыу өсөн үҙ өлөшөн индергән бөтә хәйбуллаларҙың  дөйөм хеҙмәте менән тупланды.  Бында мототехниканан һәм бензин генераторҙарынан алып тыуған яҡтың тәмле күстәнәстәренә тиклем хәрбиҙәргә кәрәкле әйберҙәр бар.  Егеттәргә ылау имен барып етеп, был уларға көс-дәрт өҫтәһен.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас