Бөгөн район үҙәгенең Еңеү паркында, яугир-интернационалистар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында митинг үтте. Сарала хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
Митингта ҡатнашыусылар афған ерендә һуғышта һәләк булған хәрби яҡташтарыбыҙҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алды, яугир-интернационалистар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итте.
Бик күп ғаиләләргә ҡағылған был ҡораллы конфликтта илебеҙ 14 меңдән ашыу һалдат һәм офицерын юғалтты. Өҫтәүенә, тиҫтәләгән мең йәш егеттәрҙең ғүмерен аҫтын-өҫкә килтерҙе. Шул иҫәптән, 100-ҙән ашыу хәйбулла егете лә был локаль һуғышта ҡатнашып, бик күптәре хеҙмәте өсөн хәрби наградаларға лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 6-һы тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайта алманы.