Федоровка ауылында #МатурБул проекты сиктәрендә сираттағы илһамландырғыс сара үтте. Стиль һәм матурлыҡ буйынса өс эксперт серҙәре менән уртаҡлашты. Һәләтле тегеү оҫтаһы Наталья Богатенкова гардеробтың үҙгәреүе хаҡында һөйләне, кейем-һалымдың һәм аяҡ-кейемдең берләшеү варианттарын күрһәтте, шулай уҡ 2025 йылда кейемдә модалы трендтар менән таныштырҙы. Уңышлы эшҡыуар һәм кейем бутигы хужабикәһе Миңзәлә Хурамшина матур , килешле образ тыуҙырыу серҙәрен асып һалды һәм һәр осраҡ өсөн кейемде дөрөҫ һайларға өйрәтте. Ә эксклюзив биҙәүестәр эшләү оҫтаһы, визажист Ләйсән Рәхмәтова кейемдә сәскәләр һайлау оҫталығы менән уртаҡлашты һәм дөрөҫ һайланған аксессуарҙар ярҙамында индивидуаллекте нисек һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәклеген күрһәтте. Бынан тыш, Ләйсән ҡатнашыусыларҙың тәбиғи матурлығын макияж һәм нәзәкәтле биҙәүестәр менән билдәләне. Осрашыуҙан был юлы ла дәртләнеп, яңы белемдәр алып илһамланып таралды һылыуҙар. Киләһе осрашыуҙа улар финанс грамотлығын нығытасаҡ!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы