Шәфиғә Шиһап ҡыҙы Рәхмәтова үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне.
Сәғит ауылында тыуып үҫә инәй. Атаһы һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, әсәһе яңғыҙ үҫтерә уларҙы. 12 йәшлек сағынан совхозда балсыҡ баҫыу эшендә эш башлай, һарыҡ бәрәстәрен баға. Һуңынан бар ғүмерен һауынсы һөнәренә бағышлап, хаҡлы ялға сыға. Ошо ауыл егетенә тормошҡа сығып, һигеҙ балаға ғүмер бирә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы тормош иптәше бик йәшләй вафат була, донъя ауырлыҡтарына бирешмәй, балаларын яңғыҙ үҙе аяҡҡа баҫтыра. Бала юғалтыу ҡайғыһын да кисерә инәй. Бөгөнгө көндә Гай ҡалаһында ейәнсәре Гөлназ, кейәүе Морат тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Ихлас күңелдән Шәфиғә Шиһап ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Именлек, сәләмәтлек һәм рух ныҡлығы теләйбеҙ!
Сығанаҡ: район хакимиәте