Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сиктәрендә, Садовый ауылының “Оҫта ҡулдар” түңәрәге ағзалары СВО-ла ҡатнашыусыларға хаттар яҙҙы.
Оло быуын кешеләре Ватан именлеген һаҡлаған хәрбиҙәргә рәхмәт белдерҙе, уларҙың имен-һау ҡайтыуҙарын һәм тиҙерәк һуғыш бөтөүен теләне.
Әсәйҙәрсә йылылыҡ хистәре һалынған был хаттар тиҙҙән махсус хәрби операция зонаһына юлланып, үҙ адресатын табыр һәм уларға тыуған яҡ, яҡташлыҡ сәләме булыр, тип ышанабыҙ.