Район хакимиәтендә 6-сы саҡырылыш муниципаль район Советының VI ултырышы үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты. Ултырышты муниципаль район Советы рәйесе Ришат Рәхмәтуллин алып барҙы. Унда райондың артабанғы эшмәкәрлегенә һәм үҫешенә булышлыҡ иткән ҡарарҙар ҡабул ителде, социаль, иҡтисади йүнәлештәге һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Көн тәртибенә ҡуйылған тәүге мәсьәлә 2027 йылға һәм оҙайлы 2042 йыл осорона тиклем Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль райондың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауҙы раҫлау тураһында муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад һәм инвестиция эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Венер Шәйәхмәтов сығыш яһаны.
Артабан муниципаль район Советы рәйесе Ришат Рәхмәтуллин 2024 йылға муниципаль район Советы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үткән йылға район хакимиәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет менән сығыш яһаны.
Ултырыш һуңында һорауҙарға яуап бирелде.