«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының зона этабы уҙҙы. Был киң күләмле конкурс республикабыҙҙың иң татыу, иң матур ғаиләләрен асыҡлауға булышлыҡ итә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе табыу, дәртләндереү маҡсатында ойошторола. Быйыл беҙҙең район намыҫын Степной ауылынан Ҡоҙашевтар ғаиләһе яҡлап, "Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында
1-се урын яулауға өлгәште!
Улар «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының республика этабында ҡатнашасаҡ. Ете бала тәрбиәләгән Ҡоҙашевтар районыбыҙҙың күркәм ғаиләләренең береһе. Уларҙы ихлас күңелдән лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм
артабан республика этабында ла уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ: район хакимиәте