ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2025, 06:58

Өфө ауылында оло йәштәге кешеләр байтаҡ ҡына.

Юбилярҙарҙы Өфө ауылы ағинәйҙәре тарафынан өйҙәренә барып тәбрикләү күптән  матур йолаға әйләнде

Өфө ауылында оло йәштәге кешеләр байтаҡ ҡына.Өфө ауылында оло йәштәге кешеләр байтаҡ ҡына.
Өфө ауылында оло йәштәге кешеләр байтаҡ ҡына.

Өфө ауылында  оло йәштәге кешеләр байтаҡ ҡына. Улар үҙ ваҡытында фиҙакәр хеҙмәттәре менән ауылыбыҙ, районыбыҙ кимәлендә танылыу, ауылдаштарыбыҙ араһында абруй ҡаҙанған оло быуын кешеләре.


Оло йәштәге юбилярҙарҙы Өфө ауылы ағинәйҙәре тарафынан өйҙәренә барып тәбрикләү күптән бер матур йолаға әйләнде. Былтырғы 2024 йыл юбилейҙарға бай булды. Абруйлы ауылдыштарыбыҙ – Хәлим Хәкимйән улы Хәсәнов, Нәзирә Әбүшәриф ҡыҙы Исмәғилеваға -85 йәш, Әлифә Ғәбдулла ҡыҙы Мөҙәрисова, Нурия Бәҙретдин ҡыҙы Томаншинаға – 80 йәш, Гөлдәр Мөхәмәтулла ҡыҙы Кәримоваға 75 йәш тулды, ә инде Фәриҙә Ғиниәтулла ҡыҙы Шәрипова 90 йәшлек юбилейын билдәләне


Юбилярҙар ғүмер байрамы уңайынын ағинәйҙәр тарафынан ҡотлауҙар ҡабул иттеләр. Улар ағинәйҙәрҙең күңел түренән сыҡҡан изге теләктәрен, моңло йырҙарын тыңлап һөйөндөләр. Бигерәк тә Фәтих Фәттәх улы Ҡашҡаровтың башҡарған моңдарын кинәнеп тыңланылыр. Юбилярҙар менән сәй артында әңгәмәләшеү осрашыуға йәм өҫтәне. Юбилярҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларҙың һәр береһенә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Һәр көнгә һөйөнәп, балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон ғүмерҙәр кисерергә насип булһын!


#УфимскийСМФК#Ағинәйҙәр#КультураХайбуллы#ГодпподдержкисемейСВОрб

Уфимский-Сельский Мфк

 

Автор:
Читайте нас