ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2025, 06:41

Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй

Иләс ауылында йәшәгән Мәхәмәтдин һәм Гөлгөнә Биксәмбәтовтарҙың улдары Илнур махсус хәрби операция башланғандан алып,  алғы һыҙыҡта. Атай менән әсәйҙең теләктәре бер—улдарының  имен-һау ҡайтыуын көтәләр.

Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәйБәхет өсөн күп тә кәрәкмәй
Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй

Иләс ауылында йәшәгән Мәхәмәтдин һәм Гөлгөнә Биксәмбәтовтар ябай тырыш ғаилә. Бына тигән ҡаһарман егет үҫтергән улар. Улдары Илнур махсус хәрби операция башланғандан алып,  алғы һыҙыҡта. Атай менән әсәйҙең теләктәре бер—улдарының  имен-һау ҡайтыуын көтәләр.

Мәхәмәтдин Әбделхаҡ улының хеҙмәт юлы “Яңы юл” колхозы менән бәйләнгән. “Иләс ауылы мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, элекке ветеринар-табип Һиҙиәт Фәтхуллин колхозға эшкә килергә өгөтләне. Хужалыҡ ул саҡта гөрләп тора ине. Бала саҡтан фермала эштең нисек икәнлеген белгәс,  өйҙә лә ҡулдан һәнәк-көрәк төшмәгәс, ризалаштым. Ул саҡта  колхоз малы күп булды. Фермала барыһы ла ҡул көсө менән башҡарылды, транспортер тигән нимә булмаған саҡта, тиҙәкте ҡул менән арбаға тейәп, ат менән сығара торғайныҡ. Малсылар араһында иң йәше булдым. Ғәлиәхмәт Ҡырымғужин, Ғайсар Ғәләүетдинов, Абдулла Рәхмәтов, Ғәйнулла Ғәббәсов һәм башҡалар менән бергә эшләнек. Колхозда  200-ҙән ашыу һауын һыйырҙар булды.  Һауынсылар Вәлимә Күсәкова, Рәшиҙә Асҡарова, Зәйтүнә Мәмбәтова, Суфия Рәхмәтова,  Алмабикә Шәрипова, Сәмсениса Ҡунаҡасова, Мәнүр Бикбова, Клара Хәсәнова  һәм башҡалар һауынсы булды. Үкенескә күрә, уларҙың күптәре был донъяла юҡ инде”,--тип һөйләне Мәхәмәтдин Биксәмбәтов.

Мәхәмәтдин  ағай йәш саҡтан үҙен тыуған ауылынан ситтә күҙ алдына ла килтермәй. Ҡайҙа ҡушһалар, шундай эшләй. Колхоз бөтөрөлгәс тә,  өйрәнгән эшен ташламай. Фермала ҡарауылсы,  мал ҡараусы, көтөүсе була.

Йорт хужабикәһе  Гөлгөнә Биксәмбәтова  күрше Ырымбур өлкәһенән Турат ауылына килен булып төшкән. Әхирәтенә эйәреп кенә ҡунаҡҡа килгән ҡыҙ буласаҡ тормош иптәше менән клубта үткән Яңы йыл кисәһендә таныша. 1988 йылда  күркәм ғаилә ҡора Биксәмбәтовтар. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.  Улдары Илнур ғаиләһе менән Гай ҡалаһында йәшәй. СВО башланғас та, өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, ил именлеген һаҡлап, ҡулына ҡорал ала. Батыр егеттең ғаиләһендә  бер ҡыҙ һәм  малай үҫә. Яугирҙың ҡыҫҡа ваҡытлы  отпускыға ҡайтыуын  кәләше һәм балалары, ата-әсәһе түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ҡыҙҙары Сәриә тормош иптәше менән Байғусҡар ауылында төпләнгән. Улар өс бала үҫтерәләр.  Бәләкәй ҡыҙҙары Гөлирә  Йәсминә исемле ҡыҙ тәрбиәләй, ә үҙе  Себер тарафтарында эшләй. Беҙ барғанда  ҡурсаҡтай ейәнсәрҙәре Йәсминә ҡартатаһы менән өләсәһенә иркәләп, өй йәме булып, ихлас тәтелдәп йүгереп йөрөй ине. “Балаларыбыҙ бөтә ҡыуанысыбыҙ. Имен-һау ғына булһындар”,--тип теләй Гөлгөнә  һәм Мәхәмәтдин  Биксәмбәтовтар.

Гөлгөнә Фәйзулла ҡыҙы Иләскә килен булып төшкәс,  колхозда   быҙау баға, бер аҙ һауынсы булып та эшләй. Артабан  бер нисә йыл магазинда, аҙаҡ почтальон вазифаһын башҡара.

Биксәмбәтовтар  мал-тыуар көтәләр, ҡош-ҡорт үҫтерәләр.  Баҡса сәсәләр. Йорт хужабикәһе буш ваҡытында  дебет, йөн иләй, ҡулына бәйләм ала. Ә Мәхәмәтдин ағай шәп балыҡсы.

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй, ти Биксәмбәтовтар. Ҡайҙалыр ситтә бәхет эҙләмәй, тыуған ауылдарына тоғро ҡалып, матур ғүмер юлы кисерә ябай ауыл кешеләре.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас