ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2025, 04:55

Ҡатнаш ғаилә сере татыулыҡта

Подольск ауылында яҙмыштарын бер итеп, ҡатнаш ғаилә ҡороусылар бихисап. Шундайҙарҙың береһе - Николай һәм Фәриҙә Тингаевтар.

Ҡатнаш ғаилә сере татыулыҡтаҠатнаш ғаилә сере татыулыҡта
Ҡатнаш ғаилә сере татыулыҡта

Быйыл Тингаевтарҙың ғаилә ҡороуына 49 йыл тула. 1976 йылдың октябрь айында сәстәрен-сәскә бәйләгән улар. Бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Әле улдары Евгений Сибайҙа, ҡыҙҙары Светлана Аҡъярҙа үҙ ғаиләләре менән матур донъя көтә. Өс ейәнсәр Тингаевтар тормош йәме.

Фәриҙә Хөрмәт ҡыҙы Суҡраҡ ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән. 60-сы йылдарҙа улар Подольскиға йәшәргә күсәләр. Мәктәпте тамамлағас, Өфө кооператив техникумында белем ала. Магазинда, ауыл хакимиәтендә эшләп хаҡлы ялға сыға.  Намыҫлы хеҙмәте  өсөн Башҡортостан Президенты М.Рәхимовтың указы менән 2010 йылда Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланған. Бынан тыш, әүҙем йәмәғәт эше өсөн район ҡатын-ҡыҙҙар советының Рәхмәт хаты һәм башҡа Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

Николай Михайлович сығышы менән Подольск ауылынан. Мәктәптән һуң, ике йыл Алыҫ көнсығышта хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, “Таналыҡ” совхозында эшләй. Һуңынан көньяҡ-көнсығыш геолого-разведка экспедицияһында водитель булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Һәр саҡ алдынғылар рәтендә эшләй. Уның күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында күп һанлы Почет грамоталары һөйләй.

 Быйыл Тингаевтар 70 йәшлек күркәм юбилейҙарын билдәләйәсәк. “Бер-береңә ихтирамлы булғанда ғына ғаиләлә татыулыҡ була”, - ти улар.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 4-се һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас