Подольск ауылында йәшәүсе Рәмилә Ишимова күркәм холҡо, тырышлығы һәм эшһөйәрлеге менән ауылдаштары араһында ихтирам яулаған. Күп бала әсәһе йәшләй генә тол ҡалһа ла юғалып ҡалмай, балаларын яңғыҙы үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара.
Рәмилә Имамбай ҡыҙы Мәмбәт ауылында ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Мәктәптән һуң, “Маҡан” совхозы йүнәлтмәһе буйынса бухгалтерҙар курсын тамамлай. Артабан ситтән тороп Баймаҡ совхоз техникумында уҡый. Хеҙмәт юлын совхоз конторында бухгалтер-кассир булып башлай.
- Бер аҙ хеҙмәт стажы туплағас, Баҡал ауылына Ишимовтар ғаиләһенә килен булып төштөм. Ул саҡта тормош иптәшем Сәғәҙәт Дәүләтша улы Подольскиҙа инженер-контролер булып эшләй ине. Йәш ғаилә булараҡ, бында күп ҡатлы йорттан фатир биргәйнеләр, күсеп сыҡтыҡ. Бер-бер артлы улдарыбыҙ донъяға килде, - ти Рәмилә Имамбай ҡыҙы.
Рәмилә Ишимова балалары бер аҙ үҫә төшкәс, “Таналыҡ” совхозында һөнәре буйынса эш башлай. Совхоз бөтөрөлгәс, “Подольск” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә баш бухгалтер булып әлеге көнгә тиклем эшен дауам итә. Быйыл яҙ хаҡлы ялға сығырға йыйына. Дөйөм хеҙмәт стажы 35 йыл. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте төрлө грамоталар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.
Ишимовтар балалар үҫтереп, матур ғына йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә уларҙың йортон ҡайғы еле шаҡый. Ғаилә башлығы Сәғәҙәт Дәүләтша улы 43 йәшендә генә яман сирҙән вафат була, мәҡәләм геройы 4 бала менән тол ҡалып, яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә.
Рәмилә апай бер үҙе йәшәүенә ҡарамаҫтан, һаман да мал-тыуар аҫрай, һыйыр һауа, йәйгеһен күпләп ҡош-ҡорт үҫтереп ала. Йыл да баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсәһе ишелеп уңа.
Мәҡәләм геройы балаларының уңыштарына ҡыуанып, күрше-тирәһе, туғандары менән ҡатышып, гөрләтеп донъя көтә.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 4-се һанында.