Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡҡа, сабырлыҡҡа эйә Подольск ауылында йәшәүсе Мәрйәм Кәримова. Тормош һынауҙарына бирешмәй, балаларына терәк булып йәшәй ул.
Мәрйәм Хәйретдин ҡыҙы 1951 йылдың 18 мартында Ырымбур өлкәһе Тирәкле ауылында донъяға килгән.
-Сабый сағымда атай-әсәйемдәр Таштуғай ауылына ата-әсәһе, туғандары янына күсеп ҡайта һәм мин шунда үҫтем. Ғаиләлә 10 бала булдыҡ. Әле бер апайым, һеңлем һәм өс ҡустым Таштуғайҙа йәшәй. Ауылда башланғыс класты тамамлағас, Аҡъяр мәктәбендә уҡыным. Саҡмағошта һатыусы һөнәрен алғас, Подольск ауылында магазинда хеҙмәт юлын башланым, - тип хәтер йомғағын һүтте Мәрйәм Хәйретдин ҡыҙы.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзиттең 4-се һанында.