Ошо көндәрҙә Өфө ауылында матур сара үткән - Юлай һәм Зөбәржәт Юлановтарҙың матур ғаиләһенә килен төшкән.
Ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы Гүмәрова Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы етәкселегендә боронғо йолаларҙы теүәл үтәп, киленде төшөрөргә ярҙам иткән.
- Тантана киленде мамыҡ мендәргә баҫтырып ҡаршы алыу, йәштәргә бал һәм май ҡаптырыу, дүрт яҡтан апайҙар яулыҡ тотоп кейәү йортона оҙатыу, теләктәр теләү, килендең билен сисеү кеүек элекке йолаларыбыҙ менән үрелеп барҙы. Милли йолалаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе теүәл үтәһәң, йәштәрҙең тормоштары ныҡ, ҡорған ғаиләләре ишле, бәрәкәтле була бит.
Яңы ғаилә ҡорған Венер һәм Гөлзифа Юлановтар ғаиләһенә бәхетле оҙон ғүмер, ырыҫлы мул тормош, татыулыҡ, сәләмәтлек һәм балалар ҡыуанысы теләйбеҙ.