Фёдоровка ауылы һылыуҙары "Бәхетнамә" тапшырыуында ҡатнашып, "Айыҡ ауыл 2024" республика конкурсы сиктәрендә тормошҡа ашырылған #МатурБул проекты хаҡында һөйләне. Ҡул эштәре оҫтаһы Алина Тулыбаева һәм халыҡ бағымсыһы Миңһылыу Әминева үҙ шөғөлдәре хаҡында ла бәйән итте.