ЙӘМҒИӘТ
23 Января 2025, 04:18

Сит илдә уҙған ғүмер

Бынан ярты быуат элек Хәйбулла районының туғыҙ ауылынан: Әбүбәкер, Байғусҡар, Иҫәнгилде, Вәлит, Быҙаулыҡ, Юлбарыҫ, Яңы Ергән, Турат, Федоровка ауылдарынан, бер ваҡыттта ла сит ауылдарға сығып йөрөмәгән, 15 йәшлек 30 бала Аҡъяр ауылы урта мәктәбенең  9-сы класына уҡырға йыйылдыҡ. Улар араһында тулҡынланып торған шоморт ҡара сәсле, ап-аҡ  йөҙлө, һылыулығы менән айырылып торған, оялсан, баҫалҡы Турат ауылы ҡыҙы Рәзилә Ишбулдина ла бар ине. Ике йыл уҡыу осоронда уҡ ул матур, фәһемле, үҙенсәлекле шиғырҙары менән беҙҙе таң ҡалдыра ине.

Сит илдә уҙған ғүмерСит илдә уҙған ғүмер
Сит илдә уҙған ғүмер

Бер-бер артлы үтә күҙ алдымдан йөҙҙәрегеҙ, һабаҡташтар!

Күҙҙәремә  килә йәштәр,  һеҙҙе уйлап, яҡташтар!

Ситтә йәшәү ситен икән,  һағынам һеҙҙе, һабаҡташтар!

Ҡайҙа барып ниҙәр күрмәй был донъяла ғәзиз баштар...

Илле йыл буйы Төркмәнстанда йәшәһә лә һабаҡташыбыҙ Рәзилә Ишбулдина башҡорт телен, милли рухын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен онотмай. Был – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ һәм шатлыҡ. Уның шиғри һүҙҙәре йөрәккә үтә, күңелде тетрәндерә.

Бынан ярты быуат элек Хәйбулла районының туғыҙ ауылынан: Әбүбәкер, Байғусҡар, Иҫәнгилде, Вәлит, Быҙаулыҡ, Юлбарыҫ, Яңы Ергән, Турат, Федоровка ауылдарынан, бер ваҡыттта ла сит ауылдарға сығып йөрөмәгән, 15 йәшлек 30 бала Аҡъяр ауылы урта мәктәбенең  9-сы класына уҡырға йыйылдыҡ.

Улар араһында тулҡынланып торған шоморт ҡара сәсле, ап-аҡ  йөҙлө, һылыулығы менән айырылып торған, оялсан, баҫалҡы Турат ауылы ҡыҙы Рәзилә Ишбулдина ла бар ине. Ике йыл уҡыу осоронда уҡ ул матур, фәһемле, үҙенсәлекле шиғырҙары менән беҙҙе таң ҡалдыра ине.

СССР ваҡытында мул иген уңышын йыйырға колхоз-совхоз шоферҙары өлгөрмәйҙәр ине, шуға уларға ярҙамға һалдаттарҙы ебәрҙеләр. Улар араһында Төркмәнстан Республикаһынан үзбәк егете Мәдәмин  Досимовта була. Тырыш йәш егет “Яңы юл” колхозында шофер булып иген ташый башлай. Рәзиләне осратҡас, йәштәр бер күреүҙә бер-береһен оҡшата. Егет әрме хеҙмәтен тултырғас, Яңы Ергән ауылына килеп, матур туй яһап, Рәзиләне тыуған яҡтарына алып ҡайта. Ул заманда кем генә  уйлаһын инде, Төркмәнстан сит илгә әйләнер, өҙөлөп көткән ата-әсәһенә, һағынған ауылына бик һирәк ҡайтырын, ә юл хаҡтарының көс еткеһеҙ ҡиммәт булырын...

Ситкә китһәм тыуған ауылымдан, айырылыуы  ауыр күңелгә...

Нурға сумған айҙай Туратҡайым, балҡып йәшә шулай ғүмергә!

Тыуған яғын, туғандарын һағынып, күңеле һағыш менән тулы әхирәткәйем был юлдарҙы  1974 йылда  18 генә йәшендә яҙа. Эйе,  йәш ҡыҙға бик ҡыйын булғандыр сит илгә, сит телгә, сит мөхиткә өйрәнеп китеүе, бигерәк тә ундағы тәбиғәт шарттарына. Апрель айынан октябргә тиклем сүллектә, 45-50 градус эҫелә таң һарыһынан кискә тиклем осһоҙ-ҡырыйһыҙ баҫыуҙа мамыҡ үҫтереү: сәсеү, һирәкләтеү, ҡый утау, һуғарыу, бер бөртөгөн әрәм итмәй мамыҡ йыйыу. Әммә эшкә уңған Рәзилә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй.

Моңһоу көҙҙә  әллә тыуғанғамы, түҙем булдым хайран ҡалырлыҡ.

Сабыр төбө – һары алтын, тиҙәр, сабырлығым алтын алырлыҡ...

Йәш ғаилә  ике бейеме менән оҙаҡ йылдар татыу йәшәй. Улар мәрхүм булғас, матур итеп мәңгелек йоҡоға оҙата. Тормош иптәше Мәдәмин менән   Сәйҙә, Мәләхәт, Камила исемле уңған, эшһөйәр, намыҫлы өс ҡыҙ үҫтереп, үзбәк егеттәренә  кейәүгә бирәләр. Мәдәмин  менән 43 йыл  йәшәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йылдар  ауырығандан һуң, ире өс йыл элек  вафат була. Рәзиләне ҡыуандырып Гөлнур, Гөлшат, Нигина, Зарена ейәнсәрҙәре, Рөстәмбек, Данил ейәндәре үҫә.

Ошо арала тыуған яҡтарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан изге күңелле, оло йөрәкле Рәзилә МХО-ға ылау юлланыуын  ишетеү менән үҙ өлөшөн индереп, егеттәребеҙгә милли ризығыбыҙ бишбармаҡ әҙерләй. “Төркмәнстанда  тыныслыҡ. Әммә илем, яҡташтарым, уландарым хәүеф аҫтында булғанда, бөтә йөрәгем менән яҡташтарыма ҡушылып үҙ өлөшөмде индерҙем,” – ти Рәзилә Ғәле ҡыҙы.

Районда уның ижадына арналған йылы осрашыуҙар булды: Турат ауылы мәҙәниәт йортонда ауылдаштары, һабаҡаштары  менән Нәжиә Аскарова, Аҡъяр урта мәктәбендә бергә уҡыған һабаҡташтары  менән  Фәнүзә, Вәғиҙә  ойошторҙо. Күңел йылыһын, һағыныу һағыштарын һалып ижад иткән шиғырҙарын тыныс ҡына,күҙ йәштәрһеҙ тыңлау мөмкин түгел ине.

         Ғүмер көҙөм инде яҡынлаша, шатлығым юҡ иҫкә алырлыҡ.

         Яҙмыштарҙан инде уҙмыш юҡтыр, юлдаш булһын миңә сабырлыҡ...

Рәзиләнең шиғырҙарын китап итеп баҫтырырға ине лә, тик матди сығымдарҙы ҡапларлыҡ спонсорыбыҙ юҡ шул.

1974 йылда Аҡъяр урта мәктәбен  тамамлаған һабаҡташтар Рәзиләгә юл сығымына бер аҙ матди ярҙам, башҡорт күлдәге, түшелдерек,элекке коллегаһы Рәмилә Рауил ҡыҙы дебет шәл, башҡорт балы бүләк итте. Был сығарылыш уҡыусыларының һәр саҡ ярҙамсыл, бер-береһенә иғтибарлы, хәстәрле, үҙ-ара татыу булыуҙары 50 йыл буйы дауам итә.

         Алла бирһә, алыҫ араларҙы яҡын итеп, туғандарыңды, ауылдаштарыңды, һабаҡташтарыңды ҡыуандырып  ҡайтып, Рәзилә һинең менән  тағы ла осрашырға яҙһын!

Рәзиләнең бер туған һеңлеһе Мәрйәм, кейәүе Ринат Иманғоловтарҙың улы  Рамаҙан   МХО-ла вафат булыу сәбәпле, ата-әсәһенең, туғандарының  ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙҙең ауылдашыбыҙ, ҡаһарман, илһөйәр офицер  Рамаҙандың урыны ожмахта, йәне йәннәттә, мәңгелек йоҡоһо тыныс  булһын. Иле өсөн йәнен биргән батыр һалдат  яҡты йондоҙ булып беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр...

Сит илдә уҙған ғүмер
Сит илдә уҙған ғүмер
Автор:Сибәр Ҡоҙабаева
Читайте нас