Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында иҫтәлекле, шатлыҡлы байрам!
Хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ, беҙҙең яратҡан уҡытыусыбыҙ, икебеҙҙең дә класс етәксебеҙ Гүзәл Оморҙаҡ ҡыҙы һәм Нуриман Фәтхулла улы Билаловтар!
Һеҙҙе, ғаилә усағын ҡабыҙып, матур ғаилә ҡороп, парлы, яҡшы үрнәкле ғүмер кисереп, ғаилә йылыһын һаҡлап килеп, бөгөнгө көндәге 50 йыллыҡ Юбилей - Алтын туйығыҙҙың шатлыҡлы тантанаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Бала саҡтан хәтерҙә ҡалған- ипле генә баҫып, баҫалҡы ғына мөғәләмәле булған беҙҙең матур, мөләйем уҡытыусы Гүзәл апайыбыҙ һәм мөһабәт буйлы, ихлас, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл, ыңғай, тәртипле холоҡло, колхозыбыҙҙың уңған шофёры Нуриман ағайыбыҙ!
Ауылыбыҙҙың хөрмәтле, кәрәкле кешеләре булып, мәртәбәһен күтәреп, йәштәргә өлгө, терәк булып, йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ, хөрмәтле юбиляр ауылдаштарыбыҙ!
Уҡыусыларығыҙ Юнир һәм Вазифа Аҡнаҙаровтар.
Өфө ҡалаһы