ЙӘМҒИӘТ
12 Ғинуар 2025, 02:37

Бәхил бул, Рамаҙан…

Хәйбулла ере тағы ауыр ҡайғы кисерҙе. Аҡъяр ауылы халҡы махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдаштары – өлкән лейтенант Рамаҙан Иманғоловты һуңғы юлға оҙатты.

Бәхил бул, Рамаҙан…Бәхил бул, Рамаҙан…
Бәхил бул, Рамаҙан…

Рамаҙан Ринат улы 1996 йылдың 17 февралендә Аҡъяр ауылында донъяға килгән. 2-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағандан һуң, Мәскәү авиация институтында инженер-осоусы аппараттарҙы һынаусы һөнәре буйынса белем ала.

Спорт менән шөғөлләнергә ярата, айырыуса өҫтәл теннисы менән мауыға һәм уның буйынса мәктәп һәм район ярыштарында еңеүҙәр яулай. Рамаҙан  һәр ваҡытта ата-әсәһенә ярҙамсы һәм терәк була.

2021 йылдың 1 мартында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндән һуң,  Биробиджан ҡалаһында хеҙмәт итә. «Еңеү көнөндә хәрби парадта ҡатнашҡаны өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

 2023 йылдың авгусында РФ Оборона министрлығы менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөй. Өлкән лейтенант званиеһын ала. 

2024 йылдың декабрендә  яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк була. Хәйбулла мәғлүмәт үҙәге коллективы «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите редакцияһының баш мөхәррире Мәрйәм Ғәле ҡыҙы Иманғолованың һәм «Хәйбуллинский вестник» гәзите редакцияһының яуаплы сәркәтибе Ринат Ғәле улы Иманғоловтың һөйөклө улдары  махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булыуына бәйле уларҙың һәм яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, рух ныҡлығы һәм сабырлыҡ теләйбеҙ. Мәңгелек йоҡоң тыныс, йәнең ожмах түрендә булһын, Рамаҙан!

Бәхил бул, Рамаҙан…
Бәхил бул, Рамаҙан…
Автор:Хәйбулла мәғлүмәт үҙәге
Читайте нас