Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районынан МХО-ла ҡатнашыусы улына Яңы йылға сюрприз яһаған. Яугир көтмәгәндә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта һәм яҡындарын байрам менән ҡотлай. Был хаҡта муниципалитет хакимиәтендә һөйләнеләр.
"Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бәләкәй Раминды яңы йыл менән ҡотлап, үҙҙәре менән бүләктәр һәм яҡшы кәйеф алып килде. Әммә малай өсөн иң кәрәкле бүләк – атаһының ҡайтыуы", - тиелә хәбәрҙә.
Был осрашыу ысын мөғжизә һәм ғаилә ағзалары тарафынан күптән көтөлгән ине, тип билдәләйҙәр Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә.
фото:Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте