Яңы йылдың беренсе көнөндә Йәнтеш ауылында йәшәүсе Хәҙисә Ғөбәйт ҡыҙы Байғусҡароваға 95 йәш тулды.
Күркәм ваҡиғаһы айҡанлы юбилярҙы район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, Атингән ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Айнур Юнысов ҡотланы.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың ҡотлау сәләмдәре тапшырылды.
Юбилей менән ҡотлап, ҡунаҡтар күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ихтирам белдерҙе. Хәҙисә Ғөбәйт ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, яҡындарының ярҙамын һәм иғтибарын тойоп, именлектә оҙон ғүмер кисереүен теләп, бүләктәр тапшырылды.
Сығанаҡ: район хакимиәте