Яңы йыл менән, ветерандар!
2025 йылда Фәтхулла Юламанов 102, Николай Гаврилов 100 йәшен ҡаршылай
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов яңы йыл алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тәбрикләне.
--Яңы йыл алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлау изге традицияға әүерелгән һәм Фәтхулла Юламанов менән Николай Гавриловты етеп килгән байрам менән ҡотланым. Ҡәҙерле фронтовиктар Яңы йылды именлектә һәм көр кәйефтә ҡаршылай. Аҡһаҡалдарға бөтә хәйбуллалар исеменән изге теләктәр еткереп, тәү сиратта уларға һаулыҡ теләнем.
2025 йылда Фәтхулла Әһлиулла улы 102, ә Николай Алексеевич 100 йәшен ҡаршылай. Улар, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, кәйефтәре яҡшы һәм яҡташтарына сәләмдәр еткерҙе. Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ, хөрмәтле ветерандар!,--тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Рөстәм Шәрипов.