Районда улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ата-әсәләр күп. Иләс ауылында йәшәүсе Фатима һәм Салауат Рәхмәтовтарҙың да улдары бөгөн яу ҡырында. “Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, улыбыҙ имен-һау ҡайтһын”, - тип теләй атай менән әсәй.
Фатима Ильяс ҡыҙы 1952 йылдың 3 февралендә Мәмбәт ауылында донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһында училищела һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Сәғит ауылы магазинында башлай. 1979 йылдың декабрь айында Иләс ауылына килен булып төшкәс тә үҙ һөнәре буйынса эшен дауам итә. Бер урында 40 йылға яҡын һатыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Почет грамоталары, "Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы" билдәһе менән бүләкләнә, хеҙмәт ветераны.
Салауат Ғибәт улы Иләс ауылында 1954 йылда тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң, Орск ҡалаһында училищела уҡый. 1972-1974 йылдарҙа Бурятияла хеҙмәт итә. Армиянан һуң, ГРЭС-та эшләй. Артабан ауылға ҡайтып, РТС-та, колхозда эшләй. Колхоз бөткәс, Яңы Ергәндә крәҫтиән-фермер хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡайҙа ғына эшләһә лә алдынғылар рәтендә була, үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа яуаплы ҡарай.
Рәхмәтовтар 45 йыл бергә татыу ғүмер кисерә, ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әле өлкән улдары ғаиләһе менән Сибайҙа йәшәй. Кесе улдары Заһир иһә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн миҙал менән наградланған.
-Улыбыҙҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуына йыл ярым. Өс тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускаға ҡайтып китте. Беҙгә ярҙам итеп тора. Имен-һау ғына йөрөп, хеҙмәтен тамамлап ҡайтып өйләнеп, беҙҙе ҡыуандырһын, - ти мәҡәләм геройҙары.
Рәхмәтовтар күпләп мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә.
-Йәйгеһен үҙебеҙгә етәрлек емеш-йәшелсә үҫтереп, ҡош-ҡорт тотоп һуйып алабыҙ. Ике һыйыр һауып, май, ҡорт, эремсек эшләйем. Икмәкте лә үҙем бешерәм. Ауыл ерендә йәшәгәс, мал аҫрамай булмай. Магазиндан һатып алғансы, үҙ ризығың күпкә файҙалы, - ти Фатима Ильяс ҡыҙы.
-Мал эше менән көн үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Һораусыларға һуғымлыҡ малды һатып та ебәрәбеҙ. Элек бесән эшләй торғайным. Хәҙер һатып алабыҙ. Заһир улыбыҙ аҡса менән ярҙам итә. Атай, өлкәнәйгәнһең, бесән эшләп ыҙалама, ти. Һаулыҡ барҙа, мал аҫрайбыҙ әле, - ти ғаилә башлығы.
Фатима апай тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ йорт эштәре араһында һаулығын нығытыуға һәм хәрәкәтләнеүгә лә ваҡыт таба. Көн һайын кис скандинав таяҡтарын алып, саф һауа һулап, бер нисә саҡрым йәйәү йөрөп ҡайта.
Үҙ көстәре менән матур донъя көткән Рәхмәтовтарҙың уй-теләктәре тормошҡа ашып, улдарын ҡыуанып ҡаршы алырға яҙһын.