ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2024, 07:40

Тормош һуҡмағынан 50 йыл бергә

Иләс ауылынан  Ғәббәсовтар оло хөрмәткә лайыҡ ғаилә

Тормош һуҡмағынан 50 йыл бергәТормош һуҡмағынан 50 йыл бергә
Тормош һуҡмағынан 50 йыл бергә

Ғүмер көҙөндә пар ҡанатың менән бергә булыу, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр рәхәтен парлап татыу оло бәхет. Иләс ауылынан 50 йыл бергә йәшәгән Ғилминур һәм Ғәйнулла Ғәббәсовтар ҙә күптәргә үрнәк булып йәшәй.  Әйткәндәй, 1 ғинуарҙа Ғәйнулла  Ғибат улы 85 йәшлек оло юбилей билдәләне.

Ғәббәсовтар йылы, йәмле  өйөндә ихлас ҡаршы алды беҙҙе. Бер нисә йыл элек  Ғилминур апай “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылып,  квитанцияһын редакцияла теркәтеп,  матур биҙәкле  самауыр отҡан икән. Ҡунаҡсыл ағинәй үҙегеҙ биргән бүләк самауырҙан сәй тәмле була тип,  өҫтәл янына саҡырҙы. Һөйләшеүебеҙ мәҡәлә геройҙарымдың бынан 50 йыл элек нисек  танышыуҙары тураһындағы хәтирәнән башланды.

--Элек Турат ауылы ҙур булды, етмәһә,  йылға аша икегә айырылған ауылда йәшәүселәрҙе аръяҡтағылар, биряҡтағылар тип атай торғайныҡ. Шуға күрәлер, бер ауылда йәшәп, осраҡлы ғына танышҡанға тиклем Ғәйнулланы белмәнем. Дауаханала ятҡанда  Мәжит ағай мәрхүм менән танышырға килде. Артабан 1974 йылдың 9 майында өйләнештек,--тип хәтер ебен һүтте Ғилминур апай.

Бала саҡтары һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осорға тап килеп, ауырлыҡтың нимә икәнлеген белеп үҫкән йәштәр  колхоз  эшенә егелә. Ғәйнулла Ғибат улының эшләмәгән эше ҡалмай. Ул Белорус машинаһында һөт ташый,  трактор ҙа йөрөтә. Ауыл тимерлегендә тимерсе булып, аҙаҡ фермала  эшләй. Хаҡлы ялға сығыр алдынан колхоздың  иген келәтендә ҡарауылсы була.

Ә Ғилминур Ишмырҙа ҡыҙы  йәш саҡтан һауынсы булып эшләй. “14 йыл  колхозда һыйыр һауҙым. Хеҙмәтебеҙ ауыр булһа ла, ҡул көсө күп талап ителһә лә, йырлап эшләнек”,--ти ул.  Аҙаҡ, хаҡлы ялға сыҡҡансы, балалар баҡсаһында     эшләй.

Ғәббәсовтар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары Эльза тормош иптәше Данил менән Учалыла төпләнгән. Улар ике бала үҫтерә. Данил кейәүҙәре әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында. Икенсе ҡыҙҙары Луиза  кейәүҙәре, Баймаҡ егет Талип менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Бер ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өсөнсө ҡыҙҙары Зарема тормош иптәше, Турат егете  Айрат менән  Аҡъяр ауылында төпләнгән.  Улар биш бала үҫтерәләр.  Улдары Ильмир һәм килендәре Ильмира Орск ҡалаһында йәшәп, татыу ғаиләлә өс бала ҡанат нығыта.  Иң кесе  улдары  Айсыуаҡ ата-әсәһе  янында. Ғилминур апай менән Ғәйнулла ағайҙың оло ҡыуанысы 11 ейән-ейәнсәрендә. Хәҙер инде ҡартҡартатай һәм ҡартҡартәсәй ҙә булғандар.

Хеҙмәт ветерандары бөгөн оло йәштәбеҙ тип ҡул ҡаушырып ултырмай. Икәүләшеп баҡса үҫтерә улар. Уңыштарын эш итеп, балаларына ла күстәнәс итеп ебәрәләр.  “Йәй көнө  кис етмәй өйгә инмәйбеҙ.  Рәхәтләнеп баҡсала эшләйбеҙ. Быйыл ашҡабаҡ уңды. Унан төрләндереп,  бер эшләгәнендә  лимон, икенсеһенә әфлисун ҡушып, ҡайнатма әҙерләнем. Ике төрлө сортлы виноградтан да ҡайнатма һәм һуттар эшләнем. Ҡыяр, помидор, һуған да уңды быйыл”,--ти хужабикә. Быйыл улар 30 ҡаҙ, 30 өйрәк һәм 30 бройлер алып үҫтергәндәр.

Ғилминур Ишмырҙа ҡыҙының хоббиһы-- өйҙә гөлдәр, ихатала сәскәләр үҫтереү.  Ә Ғәйнулла Ғибат улы китап-журналдар менән дуҫ. Күҙе осҡор 85 йәшлек аҡһаҡалдың, баҫмаларҙы күҙлек кеймәй ҙә уҡый. Китапханаға ниндәй яңы китап килә, барыһы менән дә таныша. Тағы ла  тасуири шиғыр уҡый, шиғриәт конкурстарында ла ҡатнаша.

--Эш, ғаилә, балалар үҫтереү, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү шатлығы менән тормош юлынан 50 йыл бергә атлауыбыҙҙы һиҙмәй ҡалдыҡ. Йәш саҡта ғүмер нисек тә үтә, олоғайған көндә бер-береңә тағы ла нығырыҡ кәрәк булыуыңды аңлайһың,--ти бәрәкәтле  ғүмер юлын һоҡланырлыҡ итеп уҙған бәхетле пар.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас