ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2024, 07:41

Хеҙмәттән йәм табып йәшәйҙәр

Иләс ауылында ла күркәм, татыу, өлгөлө ғаиләләр бихисап. Нәзиә һәм Ғәзизйән Шәриповтар  балаларын тормош юлына баҫтырып хәҙер инде бәхетле ҡартатай, ҡартәсәй булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп ғүмер кисерә. 

Хеҙмәттән йәм табып йәшәйҙәрХеҙмәттән йәм табып йәшәйҙәр
Хеҙмәттән йәм табып йәшәйҙәр

 Иләс ауылында ла күркәм, татыу, өлгөлө ғаиләләр бихисап. Нәзиә һәм Ғәзизйән Шәриповтар  балаларын тормош юлына баҫтырып хәҙер инде бәхетле ҡартатай, ҡартәсәй булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп ғүмер кисерә. 

Мәҡәләм геройҙары икеһе лә Иләс ауылынан. Ситтән бәхет эҙләмәй, тыуған ерҙәрендә төпләнеп, өлгөлө ғаилә ҡороп, 50 йылға яҡын татыу ғүмер итәләр.

Нәзиә Юныс ҡыҙы быйыл октябрь айында  үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән. Әммә уға етмеште бирерлек түгел, күпкә йәш күренә.

  • Тыуған ауылымдан бер ҡайҙа ла китмәнем. 8-се класты тамамлағас, колхозда һауынсы булып эшләнем. Артабан балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә күстем. Әле 15 йыл хаҡлы ялдамын, - тип әңгәмәне башланы Нәзиә Юныс ҡыҙы.

Шәриповтар 1975 йылдың йәмле август айында  өйләнешә. Киләһе йыл улар алтын туйҙарын билдәләйәсәк. 3 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Фәнис улдары ғаиләһе менән ауылда йәшәй. Ҡартатаһы һәм өләсәһенең нигеҙенә ҙур, иркен йорт һалып сыҡҡан. Өлкән улдары Рим ғаиләһе менән Степнойҙа тора. Кесе улдары Рәфис иһә ата-әсәһенең эргәһендә йәшәй. 4 ейәнсәр Шәриповтарҙың тормош йәме.

- Нәзиә менән 6-сы кластан дуҫлашып өйләнештек. Ул мине армияға оҙатып көтөп алды.  Дуҫлашҡан йылдарҙы иҫәпләһәк, 60 йылға яҡын бергәбеҙ, - тип йылмая Ғәзизийән ағай.

Әле Шәриповтар күпләп мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә.

 – Хәлебеҙ бар саҡта малды бөтөрмәйбеҙ әле. 4 һыйыр һауам, үҙебеҙгә һәм балаларға һөт ризыҡтары әҙерләйем. Магазиндан һатып алмайһың, үҙ итең, һөтөң, майың, ҡортоң, - ти хужабикә.

Нәзиә Юныс ҡыҙы бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәре араһында  ауыл китапханаһы янында эшләп килгән фитнес түңәрәгенә һәм скандинавса йөрөргә лә ваҡыт таба. Китапхана үткәргән  сараларҙа ҡатнаша, әүҙем китап уҡыусы ла.

-Китап уҡырға яратам. Әсәйемдән ҡалған Ҡөрьән Кәримде, иртәнге намаҙҙы уҡыйым. Ислам дине нәсихәттәрен яйлап өйрәнәм, ураҙа тотам, - ти Нәзиә апай.  

Ғаилә башлығы Ғәзизйән Насырйән улы мәктәпте тамамлағас, ике йыл Монголияла хеҙмәт итә. Армиянан һуң, колхозда механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Гел алдынғылар рәтендә эшләй. “Иң яҡшы механизатор” исеменә лә лайыҡ була.  1983 йылда комбайнда иң күп иген һуғып, чемпион була. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Почет грамоталары менән дә бүләкләнә. Әле хаҡлы ялда ла тик кенә ултырмай тракторы менән бесән саба, ташый, башҡаларға ла ярҙам итә.

-Йорт тирәһендә эш етәрлек. Малдарҙы Рәфис улыбыҙ ҡараша.  Йәйгеһен күпләп төрлө ҡош-ҡорт үҫтереп алабыҙ. Ауылда йәшәгән улыбыҙҙың да үҙҙәре эштә саҡта ҡош-ҡорттарын ҡарашабыҙ. Һау кешегә эшләү үҙе бер хәрәкәт ул, - ти Ғәзизйән Насырйән улы.

- Барыһына ла шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Йорт эштәре менән кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ.  Хәҙер бөтәһе лә бар бит. Һаулыҡ ҡына булһын, - ти Шәриповтар.

Уңған ғаилә хеҙмәттән йәм табып йәшәй.  Таң һарыһынан кискә тиклем йорт эштәренән бушмаһалар ҙа арыу- талыуҙы белмәйҙәр. Ҡартлыҡты ҡыуып еткермәй, артабан да был матур парға шулай йүгереп йөрөргә, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас