2025 йылдың беренсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә бер йылға яҙылыусылар араһында үткәрелгән отош уйынында еңеүселәр билдәләнде. Был юлы бәхет Аҡъяр ауылынан Фәриә Туғыҙбаева (сәйнүк) һәм Фатима Биксаеваға (манты бешергес) йылмайҙы.
Фәриә Туғыҙбаева оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Дөйөм хеҙмәт стажы 37 йыл. Тормош иптәше Мансаф Имаметдин улы менән 44 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. 4 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Фатима Биксаева үҙ ғүмерен страховка өлкәләренә бағышлаған. Хеҙмәт юлының һуңғы йылдарында социаль страховкалау фондында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Дөйөм хеҙмәт стажы 35 йыл.
-Район гәзитенә йыл да яҙылам. Төрлө темаларға мәҡәләләр донъя күрә. Үҙем иһә хикәйәләр уҡырға яратам. Шуға күрә гәзиттә күберәк хикәйәләр донъя күрһен ине. Матур бүләк өсөн рәхмәт белдерәм. Редакция хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар теләйем. Яңы йыл менән барығыҙҙы ла ҡотлайым, - тине Фатима Ибраһим ҡыҙы.