Иләс ауылында йәшәүсе Вәкил һәм Фәйрүзә Биксәмбәтовтар ярты быуат бергә иңгә-иң терәп татыу йәшәүҙәре менән күптәргә өлгө булып тора. Әлеге көндә улар бәхетле ҡартатай һәм өләсәй булып гөрләтеп донъя көтәләр.
Хеҙмәт ветераны Фәйрүзә Фәрит ҡыҙы Баҡал ауылы ҡыҙы. Подольск мәктәбендә 8-се класты тамамлағандан һуң, “Таналыҡ” совхозында биш йыл һауынсы булып эшләй. 1975 йылдың йәмле август айында Иләс ауылына килен булып төшә һәм колхозда эшен дауам итә. 35 йыл хеҙмәт стажы менән 50 йәшендә хаҡлы ялға сыға.
Вәкил Ғәбделвәли улы 1951 йылда Иләс ауылында донъяға килгән. Мәктәптән һуң, ике йыл Тольяттила хеҙмәт юлын үтә. Армиянан һуң колхозда ат ҡараусы, ҡарауылсы була. Гел алдынғылар рәтендә эшләй. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, районда ике тапҡыр “Иң яҡшы ат ҡараусы” исеменә лайыҡ була. 40 йылға яҡын эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әле хаҡлы ялда ауылдың йәмәғәт тормошонда, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йырлай, шиғыр һөйләй.
Биксимбәтовтарҙың тормошона йәм өҫтәп, бер-бер артлы биш ҡыҙы -Гөлсимә, Гөлмирә, Физәлиә, Илсиә һәм Люциә донъяға килә. Атай менән әсәй ҡыҙҙарын ел-ямғыр тейҙермәй үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара. Әле улар үҙ ғаиләләре менән матур донъя көтә, барыһы ла йорт төҙөп ингән. Биксәмбәтовтар ҡыҙҙары һәм кейәүҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, иғтибарын тойоп, бәхетле ғүмер кисерә. Ҡартатай һәм өләсәйҙең 16 ейән-ейәнсәре тормош биҙәге.
-Биш ҡыҙыбыҙ – биш йондоҙобоҙ. Кейәүҙәребеҙ ҙә шәп, бергәләп килеп һәр саҡ ярҙам итәләр, бесән дә эшләшәләр. Йортобоҙҙо эсле-тышлы көпләп бирҙеләр. Кейәүҙәрҙән уңдыҡ, рәхмәт уларға. Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ, - ти Биксәмбәтовтар.
-Биш ҡыҙым булғас, ҡулыма эш тә теймәй ине. Буй еткергән һәр береһе өй эштәрендә уң ҡулым, ярҙамсым булды. Әле лә ялда килеп эшләшеп китәләр. Күмәкләп килһәләр, йортобоҙ йәмләнеп, күңелле булып китә, - ти Фәйрүзә Фәрит ҡыҙы.
Бөгөн Биксәмбәтовтар мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә. Фәйрүзә апай ике һыйыр һауа.
-Балаларыбыҙға ит-һөт продукциялары менән ярҙам итәбеҙ. Һаулығыбыҙ барҙа малды аҫрайбыҙ әле. Нимә эшләп, өйҙә тик ултырмаҡ кәрәк. Йыл да йәйгеһен күпләп ҡаҙ, бройлер алабыҙ. Уларҙы үҫтереп һуйып алһаң, йыл буйына етәрлек ҡош итең була бит. Балаларыбыҙ ҡош-ҡортто үҙҙәре тота. Ике ҡыҙыбыҙ мал да аҫрай, - ти Биксәмбәтовтар.
Быйыл Биксәмбәтовтарҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тула. Балаларына терәк-таяныс, кәңәшсе булып матур донъя көтәләр.
-1975 йылда өйләнешһәк тә, тәүге ҡыҙыбыҙ тыуғас ҡына яҙылыштыҡ. Элек шулай булды бит. Шуға күрә документ буйынса киләһе йыл көҙ генә алтын туйыбыҙ була. 50 йыл бергә йәшәлгән ғүмер күҙ асып йомған арала үтеп киткән икән. Әле балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең ҡыуанысын уртаҡлашып йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр барыһы ла бар. Иң мөһиме – һаулыҡ булһын, донъялар тынысланһын, тиҙерәк һуғыш бөтһөн, ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, - ти Биксәмбәтовтар.
Ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер юлынан бергә атлаған Биксәмбәтовтарға бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ.