ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2024, 07:30

Бүләктәр үҙ эйәһен тапты

2025 йылдың беренсе ярты йыллығына бер юлы «Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» район гәзиттәренә яҙылыусылар араһында үткәрелгән отош уйынына йомғаҡ яһалды.

Бүләктәр үҙ эйәһен таптыБүләктәр үҙ эйәһен тапты
Бүләктәр үҙ эйәһен тапты

2025 йылдың беренсе ярты йыллығына бер юлы «Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» район гәзиттәренә яҙылыусылар араһында үткәрелгән отош уйынына йомғаҡ яһалды. Бер юлы ике гәзиткә яҙылып, Аҡъяр ауылынан Ләйсән Йәнйегетова (һауыттар йыйылмаһы)  һәм Яңы Ергәндән Венера Рәхмәтова (сәй сервизы) призға эйә булды.

Ләйсән Йәнйегетова Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан алып, 30 йыл 2-се Аҡъяр мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Тормош иптәше Бәкир Шаһибал улы менән 4 ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Биш бала тәрбиәләгәне өсөн “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Матбуғатыбыҙҙың тоғро дуҫы күп йылдар район гәзиттәренең икеһенә лә яҙыла. Шулай уҡ республикабыҙҙа сыҡҡан башҡа милли баҫмаларҙы ла даими алдыра.

-Гәзит-журналдарға яҙылыу - элек-электән ғаиләбеҙҙә тамыр йәйгән күркәм  бер йола. Уйламағанда бүләк тә эләкһә, икеләтә ҡыуаныс инде. "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите редакцияһына ҙур рәхмәт. Яңы йыл алдынан  матур бүләк тип ҡабул итәм. Барығыҙға ла имен-һау эшләргә яҙһын, бәхет, ижади уңыштар теләйем. Тыуған  төйәктең, илдең яңылыҡтары тураһында хәбәрҙар булыу бик мөһим. Изге, яҡшы яңылыҡтар күберәк булһын. Яңы йыл һәр йортҡа именлек, ҡыуаныстар алып килһен, - тине Ләйсән Зәкир ҡыҙы.

Венера Рәхмәтова И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында бухгалтер булып эшләй.

-Районканы бала саҡтан, ата-әсәйемдәр яҙылғандан алып уҡыйым. Гәзит оҡшай, айырым бер рубрикаға өҫтөнлөк бирә алмайым, барыһын да яратып уҡыйым. Йыл һайын район гәзиттәренең икеһенә лә яҙылам. Бүләк отоуым өсөн шатмын, - тине Венера Рәис ҡыҙы.

Бүләктәр үҙ эйәһен тапты
Бүләктәр үҙ эйәһен тапты
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас