ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2024, 06:15

Гуманитар ярҙам яугирҙарға барып етте!

"Танцор". "Рамзес", "Марик", "Башҡорт" һәм башҡа һәм башҡа  батыр егеттәрҙән  күп сәләм!

Гуманитар ярҙам яугирҙарға барып етте!Гуманитар ярҙам яугирҙарға барып етте!
Гуманитар ярҙам яугирҙарға барып етте!

Меңдәрсә саҡрым юл ңтеп, хәйбуллалар  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға яңы йыл ылауын алып барып еткерҙе. Егеттәр үҙҙәренең яҡташтарын күреүгә лә,  тыуған яҡтан килгән күстәнәстәргә лә бик шат. Егеттәр барлыҡ район халҡына үҙҙәрен  ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Һәм улар бик күп. Бер нисәүһен генә яҙып үтәбеҙ.

“Танцор” позывнойлы егет:

-- Ҙур рәхмәт яҡташтар!  Ирекмәндәргә, райондың битараф булмаған кешеләренә ҙур рәхмәт! Һеҙҙең даими гуманитар  һәм рухи ярҙамдарығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ! Бигерәк тә  тепловизион прицел әлеге ваҡытта бик кәрәкле ине.  Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл менән!

“Рамзес”:

--Хөрмәтле хәйбуллалар! Гуманитар ярҙам килеп етте. Туған тылдан ошондай ярҙам килеүе беҙҙе  ҡыуандырҙы, рухландырҙы. Посылкаларҙа тыуған яҡ йылыһы,  хәйбулла кешеләре етештергән  аҙыҡ-түлек.  Балаларҙың хаттары  хәрби рухыбыҙҙы күтәрҙе, сөнки  киләсәгебеҙ яҙмышы өсөн бөгөн беҙ бында.  Ошо ауыр ваҡыт һынауы беҙҙе бер ғаилә итеп тупланы. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

“Марик”:

--Яңы йыл бүләктәре һәм беҙҙең турала хәстәрлек өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙҙе  етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым.  Һаулыҡ,  ҡыуаныслы хәбәрҙәр килһен, яҡындарығыҙ һау булһын,  илдә тыныслыҡ булһын!

“Башҡорт”:

--Туған тыл. Хәйбулла ирекмәндәренә, хәйбуллаларға гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт. Бындай ярҙам, хәстәрлек менән Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас