Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь , 20:19

Төркмәнстандан ҡайттым, егеттәргә һалма йәйҙем

Алыҫ тарафтарҙан  ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡташыбыҙ, сығышы менән Иләс ауылынан  Рәзилә Досимова (Ишбулдина) яугирҙарға ярҙамға үҙ өлөшөн индерҙе

Төркмәнстандан ҡайттым,  егеттәргә һалма йәйҙем
Төркмәнстандан ҡайттым, егеттәргә һалма йәйҙем

Йыш ҡына кемдәргә ярҙам итәһегеҙ, йә булмаһа кемдәр ярҙам итә тигән һорау бирәләр.Беҙҙең был һорауҙарға бер яуап-беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ.


Изге эштең йәшелә юҡ, изге эш ҡылыу өсөн алыҫ аралар ҙа кәртә түгел.Изгелек һәр беребеҙҙең дә йөрәк түренән сығып эшләнә . Бөгөн беҙ оло рәхмәт һүҙебеҙҙе алыҫ Төркмәнстандан тыуған яғы Хәйбулла районына ҡунаҡҡа ҡайтыусы Рәзилә Досимова Ишбулдинаға еткерәбеҙ.Рәзилә апай сығышы менән Иләс ауылынан.Ошо көндәрҙә МХО-ға ылау юлланыуын ишетеү менән үҙ өлөшөн индереп , үҙ ҡулдары менән ҡамырын баҫып, изге теләктәрен теләп йәйелгән йәйемдәрен ҡырҡып егеттәребеҙгә милли ризығыбыҙ бишбармаҡ әҙерләне.


-"Төркмәнстанда тыныслыҡ.Әммә илем, яҡташтарым, уландарым хәүеф аҫтында булғанда, бөтә йөрәгем менән яҡташтарыма ҡушылып үҙ өлөшөмдө индерҙем",-- ти Рәзилә апай.
Теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын.Илебеҙгә тыныслыҡ ҡайтып, һәр бер көткән кеше үҙ яугирын, үҙ батырын тиҙ арала ҡаршы алырға насип итһен!

 

Автор:
Читайте нас: