Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь , 21:22

«Еңеү беҙҙеке булыр!»

Яңы йыл – һәр кем өсөн иң көтөп алынған һәм мөғжизәле байрам. Ә алғы һыҙыҡта байрамды нисек ҡаршылайҙар? Был турала илебеҙ тыныслығы һағында тороусы Аҡъяр ауылы егете һөйләне һәм хәйбуллаларҙы етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы.

«Еңеү беҙҙеке булыр!»
«Еңеү беҙҙеке булыр!»

Махсус хәрби операцияға киткәнсе «Чибис» позывнойлы райондашыбыҙ янғын һүндереүсе булып эшләй. 2023 йылдың сентябрь айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Пензала хәрби әҙерлек үтә һәм артабан МХО биләмәһенә юллана. Илебеҙ тыныслығы һағында тороусы Аҡъяр ауылы егете алғы һыҙыҡта Яңы йыл байрамын нисек ҡаршылауҙарын һөйләне һәм хәйбуллаларҙы етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы:

Яңы йылды үткәреү барыбыҙҙы ла иң бәхетле бала саҡ хәтирәләренә алып ҡайта. Был яҡты өмөттәргә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай байрамды барлыҡ Рәсәй халҡы түҙемһеҙләнеп көтөп ала, шулай уҡ ул бүләктәр биреү һәм теләктәрҙең ҡабул булыу көнө.

 Былтыр 2024 йылды ҡаршылар алдынан беҙгә Хәйбулла районынан һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа район-ҡалаларынан бик күп кенә төҙөлөштә кәрәкле эш ҡорамалдары, кейемдәр, маскировка селтәрҙәре менән гуманитар ярҙам килде. Ошо посылкалар араһында тәмлекәстәргә ҡушып мәктәп уҡыусыларының Яңы йыл менән ҡотлап, ихлас теләктәр теләп яҙып һалынған хаттары һәм матур һүрәттәре һәммәбеҙҙе бик ҡыуандырҙы. Ер аҫтына эшләнгән йәшәү урынында уҡыусыларҙан килгән хаттарын, шиғырҙарын һәм һүрәттәрен стеналарға элдек – улар күңелгә йылылыҡ бирә, рухыбыҙҙы күтәрә, беҙгә еңеүгә ышаныс, дәрт өҫтәй.

Ғөмүмән, махсус хәрби операция барған ерҙә  яңы йыл байрамын ҡулыбыҙҙан килгәнсе, өлгөргәнсе үткәрәбеҙ. Алғы һыҙыҡта ир-егеттәр генә булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙ белгәнсә салат һәм башҡа ризыҡтар әҙерләйбеҙ.  Ҡарағай, ҡарағас ағаслығы араһында булһаҡ та, өйҙәге һымаҡ шыршы ҡуйып, гирлянда кеүек яҡтыртҡыстар элеп, биҙәп булмай әлбиттә. Сөнки өҫтә осоп йөрөгән дрондарға ундай яҡтылыҡ яҡшы күренәсәк. Ә ҡараңғы төшкән ваҡытта ҡыҙыл, һары төҫтәрҙәге яҡтыртҡыс фонарҙарҙы ғына ҡулланыу талап ителә. Мобиль элемтә булһа, бер-ике көн алдан йәки һуңынан өйҙә беҙҙе көткән  ғаиләне, туғандарҙы Яңы йыл менән ҡотлап шылтыратабыҙ, форсат теймәһә СМС-хат яҙып ебәрәбеҙ.

Бына шулай яңы 2024 йылды ҡаршылау байрамын яҡшы, имен-аман үткәрҙек. Хәҙер беҙҙең алда яҡынлашып килгән яңы 2025 йылды ла тыныс шарттарҙа үткәреү менән бер рәттән Рәсәй халҡын ҡурсалау бурысы тора. Украина һалдаттарының ҡайһы яҡтан, ниндәй ҡорал менән һөжүм әҙерләнгәндәрен белеп булмай. Дошмандар беҙҙең кейемдәрҙе, мәҫәлән, хәрби полиция, хәрби комендатура кейемдәрен кейеп, йәшенеп йөрөп, беҙҙең яугирҙарға зыян килтерергә лә маташтылар. Шуға бында барыбыҙға ла һәр саҡ уяу, бик ныҡ һаҡ булырға кәрәк. 

Беҙҙе онотмай гуманитар ярҙам ебәреп торған хәйбуллаларға, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа, “Тыуған тыл. Хәйбулла” төркөмө ирекмәндәренә 134-се айырым танкистар батальоны командирҙары, һалдаттары  составы исеменән  оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тыныс тормош, алдағы йылда уңыштар ғына юлдаш булһын. Алла бирһә еңеү беҙҙеке булыр. Донъялар тыныс булһын.  Амин, – тип тамамланы «Чибис».

Ҡаһарман яҡташыбыҙ кеүек илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙарға яңы йылда тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын. Иң мөһиме, уларҙы бәлә-ҡаза, дошман уты урап үтһен!

«Еңеү беҙҙеке булыр!»
«Еңеү беҙҙеке булыр!»
«Еңеү беҙҙеке булыр!»
«Еңеү беҙҙеке булыр!»
«Еңеү беҙҙеке булыр!»
«Еңеү беҙҙеке булыр!»
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: