ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2024, 05:10

Федоровка ауылы халҡы Ырымбур өлкәһендә!

Гай ҡалаһында йәшәүселәр хәйбуллаларға  илһөйәрлеге өсөн  йылы һүҙ һәм теләктәрен еткерҙе

Федоровка ауылы  халҡы Ырымбур өлкәһендә!Федоровка ауылы  халҡы Ырымбур өлкәһендә!
Федоровка ауылы халҡы Ырымбур өлкәһендә!

“Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә,   Федоровка ауылының “Бергәләп Еңеүгә” ирекмәндәр төркөмө Ырымбур өлкәһе  Гай ҡалаһы мәҙәниәт йортонда үткән күсмә сарала ҡатнашты.  Волонтерҙар  “Һалдатҡа ярҙам ҡулы” күргәҙмәһендә үҙҙәре эшләгән маскировкалау селтәре, окоп шәмдәре, тактик носилкалар, дронға ҡаршы одеял һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тәҡдим итте. Күргәҙмә  ырымбурҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Федоровкалыларҙың оҫталығы, илһөйәрлеге өсөн улар йылы һүҙ һәм теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ үҙҙәре лә  волонтерҙарҙың оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашты.

Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева  “Бергәләп Еңеүгә” волонтерҙар төркөмөнөң алып килгән әйберҙәренең бер өлөшөн  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Гай яугирҙарына ҡалдырҙы.

Сара ваҡытында “Контингент” төркөмө СВО-ла ҡатнашыусыларға ярҙамға шәфҡәтлелек концерты менән сығыш яһаны.  Гай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марина Ильина  Федоровка халҡына  яугирҙарға ярҙамы,  әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм дөйөм эшкә индергән тос өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.


#ТрезвоеСело2024
#АйыҡАуыл2024

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас