Аҡъярҙа Ғаилә хеҙмәтендә урынлашҡан гуманитар ярҙам ҡабул итеү пунктында "Беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн" проектында (етәксеһе Фларида Ҡоҙабаева) һәм Садовый ауылы клубы ҡарамағындағы "Ҡул эше оҫтабикәләре" түңәрәге ҡатнашыусылары менән йылы осрашыуы үтте.
Тәжрибә уртаҡлашыу, берҙәм эш тылдағыларҙы берләштерә. Ирекмәндәр яуҙа йөрөгән батырҙарға яңы йыл бүләктәренең тәүге партияһын әҙерләп тә ҡуйҙы.
Осрашыу бергәләп сәй эсеү, яңы бурыстар, яңы пландар тураһында әңгәмәләшеү менән тамамланды.