“Ҙур йөрәк” марафоны сиктәрендә сәләмәт мөмкинлектәре сикләнгән тағы ла биш баланың хыялы тормошҡа ашты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов Таштуғайҙан Нияз Исхаҡов һәм Аҡъярҙан Камилла Аҡбулатоваға, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы директоры Рәмилә Туҡбаева Бүребайҙан Егор Кулагинға, “Дозор” ойошмаһы етәксеһе Ҡадир Киналиев Комсомол ауылынан Илгиз Әлибаевҡа, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары Иршат Торомтаев Аҡъярҙан Искәндәр Билаловҡа хыял иткән бүләктәрен тапшырҙы.