ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2024, 10:08

Хеҙмәте менән хөрмәтле

Өфө ауылынан Марат Булатовҡа маҡтаулы исем бирелде

Хеҙмәте менән хөрмәтлеХеҙмәте менән хөрмәтле
Хеҙмәте менән хөрмәтле

Өфө ауылынан үҙ ғүмерен ауыл хужалығы өлкәһен үҫтереүгә арнаған «Уфимский+» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Марат Булатовҡа  быйыл көҙ агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. “Хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн Хөкүмәт һәм район етәкселегенә рәхмәтлемен”, - ти ул.

Әлшәй районы уҙаманы Марат Салауат улы 30 йылға яҡын  ауыл хужалығы өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итә. Аксен ауыл хужалығы техникумында агроном һөнәренә эйә булған. Әлшәй егете Хәйбулла яҡтарына нисек килеп сыҡҡан, тигән һорау тыуыр ҡайһы берәүҙәрҙә. Сибай медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә менән Әлшәй районы “Чехов” шифаханаһына эшкә килгән Хәйбулла һылыуы Земфира Шәрифйән ҡыҙын осратып, ғаилә ҡоралар. 10 йыл Әлшәйҙә йәшәгәс,  Хәйбулла районына күсергә ҡарар итәләр.

-Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, 1996 йылда ҡатынымдың тыуған яғына йәшәргә күсергә ҡарар иттек. Ул саҡта “Матрай” совхозының эшләгән сағы ине. Бында күскәс, пилорамсы, столяр, малсы булып эшләргә тура килде. 2010 йылда совхоз бөткәс, элекке район хакимиәте башлығы Ринат Абдрахман улының тәҡдиме буйынса “Уфимский+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен булдырып, фермерлыҡ эшемде башланым. Ул саҡта тирә-яҡ ауылдарҙан 5 фермер башлағайныҡ, бөтәһе лә ябылды, бер үҙем генә ҡалдым. Әле малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнәм. Хужалыҡты улым Радик менән бергә алып барабыҙ. Ул минең уң ҡулым, ярҙамсым. Өлкән улым Руслан иҫән саҡта өсәүләп эшләй инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус хәрби операция барышында һәләк булды. Әлбиттә, эште башлағанда еңел булманы, совхоздың малын алып, элекке хужалыҡтың бурыстарын ҡапларға тура килде. Әммә ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыҡтым, - тип әңгәмәне башланы Марат Салауат улы.

Әлеге мәлдә уңған фермерҙың хужалығында ҡалмыҡ һәм лимузин тоҡомло 140 баш эре мал иҫәпләнә. Йыл да 1200 гектар майҙанда арпа һәм бойҙай сәсә. Хужалыҡта техникалар ҙа етәрлек. Ике комбайн, өс беларусь, К-700, Т-150 техникалары бар.

-Ер эше күңелемә яҡын. Малдарҙы яратам. Һарайға килһәм, уларҙы иркәләйем, һәр береһе менән тиерлек һөйләшәм. Килеп туҡтаһам, машинамды танып, көтөп торалар. Мал да бит тере йән эйәһе, уларҙы ҡыйырһытырға, физик көс ҡулланырға  ярамай. Быйыл үҫтерелгән уңыштың бөртөгөн дә юғалтмай  тулыһынса йыйып алдыҡ. Уңыш гектарынан бойҙай - 18, арпа 20 центнер тәшкил итте. Йәйгеһен ямғыр күп яуҙы һәм йылылыҡ етмәне, шуға күрә иген йүнләп үҫмәне, тигеҙ бешмәне. Киләһе йылға орлоҡ һалдыҡ. Эш яйлап бара, иң мөһиме – бурыстар юҡ,   - тип әңгәмәне дауам итте  тәжрибәле фермер.

Марат ағай ҡатыны Земфира Шәрифйән ҡыҙы менән 40 йылға яҡын иңгә-иң терәп татыу ғүмер кисерә. Ҙур, иркен йорт һалып ингәндәр. Күпләп ҡош-ҡорт та тоталар.

Булатовтар ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Радик ғаиләһе менән Өфө ауылында йәшәй. Үкенескә күрә, өлкән улдары Руслан махсус хәрби операция барышында һәләк булған. Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән. Уның ҡатыны Эльвира һәм өс ҡыҙы ауылда йәшәй.

Марат Салауат улы хәйриәлек эше менән шөғөлләнә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла даими ярҙам итә. Күптән түгел ул бер үгеҙ малын һуйып биреп, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары унан яугирҙарға тушенка әҙерләп ебәргән.

-Егеттәргә ярҙам итмәй булмай. Улар бит яу яланында, ут эсендә йөрөй. Яңыраҡ улым аяғым өшөй, тип төшөмә ингәйне. Шуға күрә яугирҙар өсөн йылы йөн ойоҡтар һатып алып ирекмәндәргә бирҙем. Башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға, һәр саҡ кешеләргә изгелек эшләргә кәрәк,  - ти Марат ағай.

Изге күңелле мәҡәләм геройы яҡындары өсөн генә түгел, тирә-яҡтағы күп кешеләр өсөн дә яҡшы өлгө. Һәр ваҡыт мохтаждарға ярҙам итергә тырыша. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, хеҙмәттән йәм табып йәшәй. Райондашыбыҙҙы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ! Тормошонда һәм эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас