Төнъяҡ Кавказда Чечен һуғышы башланыуҙың 30 йыллығы һәм Чечен ерендә һәләк булған рус һалдаттары иҫтәлеге көнө айҡанлы, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре менән тулҡынландырғыс осрашыу үтте һәм ошо иҫтәлекле датаға ҡарата “Һуғыш һәм яугирҙар тарихы” күргәҙмәһе асылды.
Хәрби фотоһүрәттәр, документтар, хаттар һәм яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре ҡуйылған күргәҙмә хәтер майҙансығына әүерелде. Музей хеҙмәткәрҙәре йылдар буйы туплаған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар тураһындағы иҫтәлекле папка ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Осрашыу аҙағында тупланған материалдар нигеҙендә китап сығарыу тураһында тәҡдим индерелде.