ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2024, 10:28

Конституция - ул илебеҙҙең үҫеш стратегияһы

Районда Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияһы көндәре тантаналы билдәләнде.

Конституция - ул илебеҙҙең үҫеш стратегияһыКонституция - ул илебеҙҙең үҫеш стратегияһы
Конституция - ул илебеҙҙең үҫеш стратегияһы

Район мәҙәниәт йортонда 12 декабрҙә билдәләнгән Рәсәй Конституцияһы һәм 24 декабрҙә Башҡортостан Конституцияһы көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тантанаға йыйылған предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен, район активын дәүләт байрамдары менән ҡотлап үтте.

  • Илебеҙҙә һәм республикала, район тормошонда булған бөтә нәмә лә конституциялар - Рәсәй дәүләтенең һәм республиканың төп закондары нигеҙендә эшләнә. Ошо юғары закондар ярҙамында беҙ йәшәгән территория менән үҙаллы идара итеү мөмкинлегенә эйә булдыҡ. Республика эшендә Хәйбулла районы ла үҙ өлөшөн индерә. Бөгөн районда шәхси торлаҡтар төҙөлә, ауылдар төҙөкләндерелә, юлдар, мәҙәниәт һәм мәғариф объекттары капиталь ремонтлана, урамдарҙы яҡтыртыу һәм һыу менән тәьмин итеү бара, ауыл хужалығы эшсәндәре сәсеүлек ерҙәрен арттыра, сәнәғәт үҫешә,  яңы эш урындары булдырыла. Беҙ мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙең Бөтә Рәсәй, төбәк конкурстары һәм фестивалдәрендәге ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Райондың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн хеҙмәт ветерандарына рәхмәт белдерәбеҙ. Хәйбулла районының һәр ваҡыт республиканың  алдынғы муниципалитеттарының береһе булырына ышанам,  - тип билдәләне Рөстәм Динислам улы.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов хәйбуллаларҙы байрам менән ҡотлап, район халҡына һаулыҡ, уңыштар һәм именлек теләне.

-Бөгөн дәүләтебеҙ үҫеше, граждандар азатлығы, телебеҙҙе һаҡлау гаранты булып торған мөһим байрамдар. Берҙәмлектә – көс, тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән. Бергә һәм берҙәм булһаҡ бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға аласаҡбыҙ, - тине Илнур Сәлихов.

Тантанала райондың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм профессиональ эшмәкәрлегендә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған район ойошмалары, учреждениелары һәм предприятиеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Аҡъяр һәм Бүребай балалар сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре һәм уҡытыусылары байрам концерты һәм яҡшы кәйеф бүләк итте.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас